Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
14 Ғинуар 2022, 13:35

Йөк автомобилдәренә Өфөгә инеү сикләнде

Әлеге мәлдә Өфөлә көслө ҡар яуа, буран.

Йөк автомобилдәренә Өфөгә инеү сикләнде
Йөк автомобилдәренә Өфөгә инеү сикләнде

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, 14–16 декабрҙә республикала һауа торошо үҙгәрә – ҡар яуасаҡ, ел урыны менән секундына 15-20 метр тиҙлектә иҫәсәк. Юлдарға ҡар һаласаҡ, боҙлауыҡ буласаҡ.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында, Өфө ҡала хакимиәте иртәнге 9 сәғәттән 21 сәғәткә тиклем йөк автомобилдәренә баш ҡалаға инеүҙе сикләне. Был Өфө – Аэропорт, Өфө – Шаҡша – КПМ, Өфө – Жилино, Өфө – Бөрө тракты, Өфө – Затон – КПМ автомобиль юлдары йүнәлешенә ҡағыла.

Әлеге мәлдә Өфөлә ҡар көслө яуа, буран. Әлбиттә, бындай һауа торошо ваҡытында юлға сығыуҙан тыйылып тороу хәйерле. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!  

Фото: @mchsrb.

Автор:Рәмилә Мусина
Автор:
Читайте нас в