Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
10 Ғинуар 2022, 19:00

Сауҙа нөктәләре тикшерелде

Профилактик саралар көсәйтелә.

Сауҙа нөктәләре тикшерелде
Сауҙа нөктәләре тикшерелде

17 ғинуарҙан мәктәптәрҙә уҡыу башлана. Шуға күрә,  мәктәптәрҙә коронавирус инфекцияһына юл ҡуймаҫ өсөн, профилактик саралар көсәйтелә.

Белеүегеҙсә, төбәк Башлығы ҡарарына ярашлы, сауҙа үҙәктәренә, шәхси музейҙаға, күргәҙмә залдарына, китапханаларға, кинотеатрҙарға, бассейндарға, концерт залдарына прививка тураһында сертификат, сирҙе үткәреү йә ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе тураһында белешмә менән генә инергә була. Маска кейеү, ҡулдарҙы махсус шыйыҡса менән эшкәртеү, температура үлсәү кеүек профилактик саралар ҙа үтәлергә тейеш.

 

Бөгөн ошо санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәүҙе контролләү буйынса район хакимиәте башлығы Динис Йосопов етәкселегендәге махсус комиссия сауҙа нөктәләрендә был талаптарҙың үтәләме – юҡмы икәнен тикшереү маҡсатында рейд үткәрҙе. Етешһеҙлектәр бар. Улар урында хәл ителде.

 

Наилә Имаева.

 

Сауҙа нөктәләре тикшерелде
Сауҙа нөктәләре тикшерелде
Сауҙа нөктәләре тикшерелде
Читайте нас в