Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
21 Август 2021, 15:26

Урманға инеү сикләнә!

Барлыҡ кешеләрҙе, шул иҫәптән туристарҙы, һунарсыларҙы ла талаптарҙы теүәл үтәү хаҡында иҫкәртегеҙ.

Урманға инеү сикләнә!
Урманға инеү сикләнә!

2021 йылдың 20 авгусынан 9 сентябренә тиклем Башҡортостанда халыҡҡа урманға йәйәү ҙә, транспорт сараһы менән дә инеү сикләнә. Был көндәрҙең ныҡ эҫе, ҡоро булыуына бәйле. Төбәктең Урман хужалығы министрлығы белдереүенсә, республиканың урман фондында янғын сығыу ихтималлығы һаман да ҙур килеш һаҡлана.

Министрлыҡ әлеге бойороҡто Башҡортостан Хөкүмәтенең 2021 йылдың 12 авгусындағы 724-р һанлы ҡарарына ярашлы сығарған. Барлыҡ кешеләрҙе, шул иҫәптән туристарҙы, һунарсыларҙы ла талаптарҙы теүәл үтәү хаҡында иҫкәртегеҙ.

Янғын күреп ҡалһағыҙ, 8-347-218-14-14 телефоны аша Урман хужалығы министрлығының тәүлек әйләнәһенә эшләгән диспетчер хеҙмәтенә йәки 8-800-100-94-00 берҙәм федераль номерына шылтыратығыҙ.

УТ МЕНӘН ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ!

Автор:Даян Мазитов
Урманға инеү сикләнә!
Урманға инеү сикләнә!
Автор:
Читайте нас: