Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
26 Июль 2021, 09:23

Йәшен ваҡытында һаҡ булығыҙ!

Был ҡағиҙәләр һәр кемгә таныш, шулай ҙа яңынан уҡып сығып, иҫегеҙгә төшөрөгөҙ!

Йәшен ваҡытында һаҡ булығыҙ!
Йәшен ваҡытында һаҡ булығыҙ!


⚡ Асыҡ урында һәм һыу буйында ҡалырға тырышмағыҙ. Әгәр ҙә асыҡ ерҙә тура килһәгеҙ, аяҡтарҙы бергә ҡуйып, эмбрион рәүешендә сүгәләп ултырығыҙ.

⚡ Металл әйберҙәргә ҡағылмағыҙ - кеҫәгеҙҙә асҡыс, ваҡ аҡса һәм башҡа тимер әйберҙәр булһа, бер нисә метр ситкәрәк һалып тороғоҙ.

⚡Ағас төбөндә торорға ярамай, унан 2-3 метрға йырағыраҡ китеү хәйерле.

⚡ Ҡулсатыр аҫтында тормағыҙ, ҡулығыҙға ҡармаҡ, тырма, көрәк, һәнәк, шампур, мылтыҡ кеүек ҡорамалдар ҙа тотмағыҙ.

⚡ Кеҫә телефонын һүндереп ҡуйығыҙ, телефон ебәргән һәм ҡабул иткән радиотулҡындар йәшенде үҙенә йәлеп итеүе бар.

⚡ Электр сымдарына һәм бағаналарға, йәшен ҡайтарыусы ҡоролмаларға, һыу ағыҙыусы торбаларға(водосток), антенналарға яҡын тормағыҙ.

⚡ Өйҙә телевизор, радио, электр һәм газ ҡорамалдарын һүндерергә, мейескә яҡмаҫҡа. Тәҙрә янында тормағыҙ.

⚡ Ямғыр үтеп киткәнен туҡтаған машина йә автобуста көтөп ултырырға мөмкин. Транспорт сараһының тәҙрәләрен ябырға, радиоалғыстың антеннаһын төшөрөргә кәрәк.

📌Яҡындарығыҙ ҙа күрһен, яҙманы үҙегеҙгә күсереп алығыҙ!

⚡🌩️⛈️ Йәшендән - йәшен! Ҡағиҙәләрҙе үтәү һәр кемдең ҡулынан килә. Иғтибарлы һәм һаҡ булайыҡ!

 

Сығанаҡ; https://vk.com/radioashkadar?w=wall-108520876_164620

Йәшен ваҡытында һаҡ булығыҙ!
Йәшен ваҡытында һаҡ булығыҙ!
Автор:
Читайте нас: