Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
13 Июль 2021, 14:07

Тәүлек эсендә республикала тағы 11 гектар урман янды

Уҙған тәүлектә Башҡортостанда дөйөм майҙаны 11,3 гектар ерҙә өс яңы урман янғыны теркәлгән, тип хәбәр иттеләр республиканың Урман хужалығы министрлығынан.

Икәүһе – Хәйбулла һәм Күгәрсен райондарында янғын һүндерелгән. Ейәнсура районында 7 гектар урман һаман яна. Уны һүндереүҙә 15 кеше ҡатнаша, биш махсус техника йәлеп ителгән.
Бынан тыш, Белорет районында 3,4 гектар майҙанда сыҡҡан урман янғынының таралыуына юл ҡуйылмаған, ләкин ул әлегә һүндерелмәгән.
«Урман фонды биләмәһендә 15 апрелдән 13 июлгә тиклем бөтәһе 208 янғын теркәлгән», — тип белдерҙеләр Урман хужалығы министрлығында.
Бөгөн Башҡортостандың күпселек райондарында урмандарҙа икенсе-дүртенсе класлы янғын хәүефе фаразлана. Күгәрсен һәм Мәләүез райондарында юғары, бишенсе класлы янғын хәүефе һаҡлана.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас в