Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
13 Июль 2021, 09:13

Күп осраҡта ғәйеп - кешеләрҙә

Быйыл урман фондында янғын күрһәткесе былтырғыға ҡарағанда 4,5 тапҡырға юғарыраҡ.

Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов урман янғындарына бәйле хәл тураһында сығыш яһаны.
Уның билдәләүенсә, быйыл урман фондында янғын күрһәткесе былтырғыға ҡарағанда 4,5 тапҡырға юғарыраҡ. Федераль әһәмиәттәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә 16,3 гектарҙа алты янғын теркәлгән. Урман фондына өс миллион һумдан ашыу зыян килтерелгән. Утты һүндереү йылдамлығы норматив буйынса 56,7 процент булһа, беҙҙә ул - 82, йәғни 168 янғын тәүге тәүлектә үк һүндерелгән. 20 июндән 12 июлгә тиклем Урал аръяғы райондарында 660 гектар урманда 49 янғын сыҡҡан.
Мәғлүм булыуынса, ғәҙәттән тыш хәлдәргә юл ҡуймау маҡсатында 28 апрелдән республикала янғынға ҡаршы махсус тәртип ғәмәлгә индерелгәйне. Урал аръяғы райондарында 5 – 25 июлдә халыҡтың урманға сығыуы сикләнде. Иң хәүефле урындарға 184 шлагбаум һәм иҫкәртеүсе аншлагтар ҡуйылды. Әле хәлгә даими мониторинг үткәрелә, урман фондына авиация патруле ойошторола, халыҡ менән иҫкәртеү эше әүҙем алып барыла.
Марат Шәрәфетдинов, урмандағы янғын осраҡтарының күбеһендә кеше ғәйепле, тип билдәләне һәм район башлыҡтарынан үҙ биләмәләрендәге хәлгә контролде көсәйтеүҙе һораны.
Фото: bashinform.ru
Автор:Лилия Давлетбакова
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас: