Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
31 Май 2021, 11:10

Урманға барыу тыйыла!

Республикала янғынға ҡаршы режим индерелгән. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, урман фондында түбәндәге муниципаль берәмектәрҙә V класлы янғын хәүефе һаҡлана: Әбйәлил, Әлшәй, Архангел, Асҡын, Баймаҡ, Баҡалы, Бәләбәй, Балаҡатай, Белорет, Бөрө, Бүздәк, Бөрйән, Дыуан, Дүртөйлө, Йылайыр, Иглин, Илеш, Ҡариҙел, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Учалы, Туймазы, Фёдоровка, Хәйбулла, Саҡмағош райондары, шулай уҡ Өфө ҡалаһы биләмәһе.


Был хәлгә быйыл яҙҙың иртә килеүе, ямғыр булмауы урман янғындарының башҡа йылдарҙағынан алда башланыуына булышлыҡ итте. “Урмандың ҡоролоғо, көслө ел, ут сығыуға һәм уның тиҙ таралыуына булышлыҡ иткән башҡа шарттар юғары янғын хәүефенә килтерә. Тимәк, тәмәке төпсөгөн һүндермәйенсә ташлау йәки шырпы һыҙыуҙың да тәбиғәткә ҙур зыян килтереүе ихтимал”, — ти ведомство вәкилдәре.

Янғын хәүефе булған осраҡта, ваҡытты һуҙмайынса, шунда уҡ “112” һандарын йыйып, ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырырға кәрәк.
Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 15 апрелдән 24 майға тиклем төбәктә 82 урман янғыны теркәлгән, уларҙың 46-һы ут менән һаҡһыҙ эш итеү арҡаһында сыҡҡан, 28 осраҡта башҡа категорияларға ҡараған ерҙәрҙән күскән, ете осраҡта тәбиғи факторҙар (йәшен, быяла ҡыҙыуы һөҙөмтәһендә) сәбәпсе булған, бер осраҡта техноген объекттан күскән. Һөҙөмтәлә йыл башынан 1055,325 гектар майҙанда урман зыян күргән.

Уҙған тәүлектә өс урман янғыны теркәлгән. Әлеге мәлдә Белорет районындағы Тирлән урмансылығының Верхнебельский участка урмансылығында 40 гектар ер яна, уны һүндереүгә 19 кеше һәм 10 берәмек техника йәлеп ителгән. Учалы урмансылығының Өргөн участка урмансылығында 0,5 гектар майҙан зыян күргән, мәлендә һүндереп ҡалғандар. Бөрйән урмансылығының Бетерә участка урмансылығында 1,41 гектар урман зыян күргән, ут әле һүнмәгән. Янғынға ҡаршы көрәшкә алты кеше һәм ике техника йәлеп итәлгән. Баймаҡ урмансылығының Юлыҡ участка урмансылығына ситтән ут күсә, һөҙөмтәлә 16 гектар майҙан зыян күргән. Уны һүндереүҙә 17 кеше һәм өс техника берәмеге ҡатнашҡан.

Әле лә республикала II, III һәм V класлы янғын хеүефе тора. Ошоға бәйле Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра, урманда йәки уның эргәһендә нимәлер янғанын күрһәгеҙ, шунда уҡ Урман һағының берҙәм телефонына – 8 (800) 100-94-00 йәки республика Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә – 8 (347) 218-14-14 – шылтыратығыҙ.

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығының 2021 йылдың 14 майындағы бойороғона ярашлы, 15 майҙан 4 июнгә тиклем ҡайһы бер райондарҙа граждандарға һәм транспорт сараларына урманға инеү сикләнде. Янғынға ҡаршы режим шарттарын боҙған кешеләргә – дүрт-биш мең, ойошма-предприятиеларға 300 меңдән 500 мең һумға тиклем штраф янай.

Бишенсе класлы янғын хәүефе ваҡытында бөтә асыҡ ут сығанағынан янғын сыға, ут шәп яна һәм бик тиҙ тарала. Шуға ла ут менән һаҡ эш итергә һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк: янған шырпыны һәм тәмәке төпсөгән ырғытмаҫҡа, усаҡты ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа, елле көндә ут яҡмаҫҡа тәҡдим ителә. Ҡояш нуры төшкән асыҡ урында шешә йәки быяла ярсығын ҡалдырмағыҙ, сөнки улар тоҡандырғыс кеүек, ут сығыуға булышлыҡ итә.

Төтөн еҫе тойғанда йәки тын алыуы ауыр­лашҡанда, түбәндәге кәңәштәрҙе күҙәтеү тәҡдим ителә:
1. Төтөн ваҡытында ябай марля бәйләмес һөҙөмтәле һаҡлау сараһы булып тора, әммә ул ҡайһы бер өлөшсәләрҙән генә һаҡлай. Бик бәләкәй өлөшсәләрҙе һәм газдарҙы бәйләместәр тотоп алып ҡала алмай, шуға ла мөмкинлек булһа, иң яҡшыһы – өйҙә ултырыу. Бәйләместе һыулау яҡшыраҡ, әммә был осраҡта үпкә сирҙәре менән яфаланғандарҙың хәле насарайыуы ла ихтимал, сөнки ул тын алыуға өҫтәмә кәртә барлыҡҡа килтерә.

2. Күберәк таҙа һыу эсергә кәрәк, көнөнә 2-2,5 литрҙан да кәм булмаһын.

3. Көн буйы һалҡынса һыуҙа ҡойоноп торорға (5-20 минут) – ул сафландыра, көсөргәнешлекте һәм арыуҙы бөтөрә.

4. Көн дауамында ике-өс сынаяҡ йәшел сәй эсергә.

5. Мөмкинлек булғанда тәҙрәләрҙе ябыҡ тотоғоҙ. Өйҙө елләтеп алырға ҡарар итһәгеҙ, бының өсөн иң насар ваҡыт иртәнсәк булыуын иҫәпкә алырға кәрәк – хәүефле матдәләр ер өҫтөндә йыйыла. Төшкә ҡарай ер өҫтө йылына һәм, һауа өҫкә күтәрелеү һөҙөмтәһендә, насар йыйылмалар ҙа өҫкә ҡалҡа.

6. Өйҙә дымлы йыйыштырыу уҙғарыу, һауаны дымлап тороу мөһим, был танау юлын кибеүенән һаҡлай. Танау һәм ауыҙҙы сайҡатыу бигерәк тә мөһим.

7. Өҫтәмә физик көсөргәнешлек йыш һәм тәрән тын алырға мәжбүр итә, был иһә килеп тыуған экологик хәлдә һеҙҙең һаулыҡта насар сағылыш табасаҡ.

8. Ошондай мәлдәрҙә күҙҙәргә насар йоғонто яһамаһын өсөн табиптар контактлы линзалар кейергә тәҡдим итмәй. Бынан тыш, төтөн йоғонтоһонда күҙҙәр ҡуҙғығанда, уларҙы яһалма йәки тәбиғи йәш препараттары менән сайырға кәрәк.

Ҡурылдай булмаһа, шулай уҡ хроник бронхит менән сирләгәндәргә түбәндәге кәңәштәр тәҡдим ителә:
– ҡабул иткән дарыуҙар миҡдарын кәметмәҫкә;
– үҙегеҙ менән һәр саҡ ингалятор йөрөтөргә;
– ингаляторға мохтажлыҡ дүрт-алты тапҡырға артһа, ул саҡта табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.


Автор: Рәмилә МУСИНА
Читайте нас в