Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
19 Май 2021, 15:40

Бәләкәй талпандың оло бәләгә килтереүе ихтимал

Боррелиоз 90 процент осраҡта инвалидлыҡҡа килтерә... Сираттағы брифингта миҙгел сирҙәренең ҡурҡыныс эҙемтәләре иҫкәртелде.

Кисә һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова, "Роспотребнадзор"ҙың төбәктәге идаралығы етәксеһе Анна Казак ҡатнашлығында коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүгә ҡаршы сираттағы онлайн брифингта миҙгел сирҙәре хаҡында ла һүҙ барҙы.
Анна Казак төбәктә талпандар әүҙемләшеүен телгә алып үтте. Миҙгел башланғас, төбәктә өс мең тирәһе талпан ҡаҙалыу осрағы теркәлгән. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, уларҙың күпселеге боррелиялар менән зарарланған, үҙ сиратында улар кешелә Лайм сирен барлыҡҡа килтерә. Зарарланыу кимәле былтырғы менән сағыштырғанда 18 процентҡа күберәк.
"Талпанды мотлаҡ ике инфекцияға тикшертеү зарур: энцефалитҡа һәм боррелиозға. Уларҙың икеһе лә беҙҙең республика өсөн көнүҙәк", - тине Анна Казак.
Бәләгә тарымаҫ өсөн тәнегеҙҙе ҡаплаған кейем кейегеҙ, талпанды ҡурҡыта торған махсус кремдар һөртөгөҙ. Үләнгә, ағас ышығына ятмағыҙ – бөжәк дымлы, күләгәле урындарҙы төйәк итә. Һуҡмаҡтар тирәһендә күп була, эргәһенән үтеп барған кешенең йәки йәнлектең еҫен һиҙә, ҡорбанына ҡаҙалырға әҙер тора. Шуға кейемде, тәнде даими тикшереү зарур. Бөжәктең тәнгә ҡаҙалғанын күргәс үк уны һурып сығарырға кәрәк. Бының өсөн талпан торған урынға май йәки спирт тамыҙып, бер аҙ көтөргә, унан епте элмәк рәүешендә бәйләп, һаҡ ҡына өҫкә тартырға кәңәш ителә. Пинцет та ярап ҡалыуы бар. Тәнгә ҡаҙалған талпанды мотлаҡ лабора­торияға тикшереүгә алып барығыҙ. Уларҙың адрестары менән Башҡортостан буйынса "Роспотребнадзор" идаралығы сайтында танышырға мөмкин.
Ауырымаҫ өсөн иң ҡулайлы сара – талпанға ҡаршы вакцина эшләтеү. Талпандың тешләүе әллә ни һиҙелмәһә лә, уның эҙемтәһе ҡот осҡос булыуы ихтимал. Иң ҡурҡынысы – бөжәктең кешегә энцефалит сирен йоҡтороуы бар. Был йоғошло ауырыу баш мейеһенең елһенеүенә килтерә, эҙемтә булараҡ, кеше инвалидҡа әүерелә, вафат булыуы ла бар. Әгәр ҙә энцефалитлы талпан ҡаҙалған икән, ашығыс ярҙам рәүешендә кешегә иммуноглобулин ҡаҙайҙар.
Талпан боррелиоз менән сирле икән, махсус иҫкәртеү юлы юҡ. Табип антибиотиктар терапияһын билдәләйәсәк. Әгәр ҙә быны эшләмәһәгеҙ, боррелиоз 90 процент осраҡта инвалидлыҡҡа килтерә, сир бер йылдан һуң да үҙен белдереүе ихтимал, тип билдәләне Анна Казак.
Фото: aif-s3.aif.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/B-l-k-y-talpandi-olo-b-l-g-kiltere-e-ihtimal-798714/
Читайте нас в