Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
30 Апрель 2021, 14:29

Республикала тәүлек эсендә 88 янғын сыҡты

Башҡортостанда урман янғындарына бәйле янғынға ҡаршы махсус режим индерелгән.

Бөгөнгә республикала 3 225 янғын сыҡҡан, 524 осраҡта ут ҡоро үләнгә тоҡанған. Ташҡынға бәйле хәл буйынса бөгөнгө брифингта Башҡортостан Республикаһы буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрының беренсе урынбаҫары Эдуард Иҙрисов ошо турала хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, утта 107 кешенең ғүмере өҙөлгән. Һуңғы тәүлектә 88 янғын сыҡҡан, шуның 19-ына ҡоро үләндең янып китеүе сәбәпсе.
«Ҡоро үләндең яныуы һөҙөмтәһендә сыҡҡан янғындың сәбәбе – тәү сиратта ут менән һаҡһыҙ эш итеү. 100% осраҡта. Йәғни был янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәмәү: усаҡ, асыҡ ут менән эш итеү. Янғынға ҡаршы махсус махсус режим шарттарында был тыйылған», – тине Иҙрисов.
Начальник урынбаҫары һүҙҙәренсә, бөгөнгә сүп-сар яндырыу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 872 протокол төҙөлгән. Усаҡ яҡҡан өсөн яуаплылыҡ ҡарала, тип билдәләне Эдуард Иҙрисов. Өй янындағы участкала утты стационар мейестә йәки мангалда яғырға рөхсәт ителә.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас в