Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
21 Апрель 2021, 14:20

Ташҡын һәм ут – бөтәһе лә бер юлы...

Бөгөн уҙған брифингта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итеүенсә, ташҡын башланғандан алып бөгөнгәсә “112” телефонына 1202 шылтыратыу булған. Әле шылтыратыуҙарҙың кәмеүе ташҡын буласағын халыҡтың алдан белеүҙәре тураһында һөйләй.

“Ғөмүмән, ундай биләмәләрҙә йәшәгәндәр һыу баҫыуына алдан әҙер. Был Кооператив яланы, Затон, шулай уҡ баҡса ширҡәттәре. Барлыҡ мөрәжәғәттәр буйынса тиҙ ярҙам хеҙмәттәре шунда уҡ сара күрҙе”, – ти Фәрит Ғүмәров.
Әлеге көндә Ағиҙел йылғаһында бер тәүлектә һыу дүрт сантиметрға ҡалҡҡан һәм 635–640 сантиметр тирәһен тәшкил итә. Алдағы көндәрҙә күрһәткес ошо кимәлдә тирбәләсәк, ә йомаға Ағиҙелдә һыу кимәле ҡайта башлар тип көтөлә.
“Ташҡындың иң юғары нөктәһе көтөлә, әгәр көслө ямғыр булмаһа һәм Павловка һыу һыҡлағысында ҡапыл һауҙы асмаһалар. Әммә әлегә ундай тәүшарттар юҡ, шуға күрә лә Ағиҙел йылғаһында һыу күтәрелеүенең иң юғары кимәле был аҙнала тамамланыр тип көтөлә”, – тип белдерҙе Фәрит Ғүмәров.
Дим йылғаһында Бочкарев тирәһендә һыу 36 сантиметрға ҡалҡып, 442 сантиметр тәшкил иткән. Әле уйһыулыҡтарҙы һыу баҫа. Артабан да ошо кимәлдә дауам итһә, “Тополек” һәм “Дубок” баҡса ширҡәттәре һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал.
Өфө йылғаһы Шаҡша эргәһендә үҙгәрешһеҙ ҡала, өҫтәмә һыу баҫыу осраҡтары әлегә теркәлмәгән. “Хәүефле ташҡын күренеше күҙәтелмәй. Әле Ағиҙел йылғаһы уйһыулыҡтарҙы баҫа”, – ти ведомство етәксеһе.
Бер яҡтан, ташҡын үҙен күрһәтһә, икенсе яҡтан, янғын осраҡтары йышайҙы. Мәҫәлән, 91 тәбиғәт янғыны тураһында мәғлүмәт булған, уларҙың 59 осрағы ҡоро үләнде үртәү арҡаһында сыҡҡан. Был янғындар оператив рәүештә һүндерелгән тип билдәләне Фәрит Ғүмәров.
Фото: @mchsrb.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас в