Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
20 Апрель 2021, 11:46

Талпандан һаҡ булығыҙ!

Яҙ килгәс, урман-ҡырҙарҙа талпандың күбәйеүе күҙәтелә. Был бөжәктең ҡурҡыныс сир—талпан энцефалитын таратыуы хаҡында оноторға ярамай.

Яҙ килгәс, урман-ҡырҙарҙа талпандың күбәйеүе күҙәтелә. Был бөжәктең ҡурҡыныс сир—талпан энцефалитын таратыуы хаҡында оноторға ярамай. Ауырыу үҙен шунда уҡ белдермәй. Сирҙе асыҡлағансы 7-14 көн үтеп китә. Артабан ул ҡапыл башлана: тән температураһы ныҡ ҡына күтәрелә, баш ауыртыуы, ҡоҫоу, бар тән ауыртыуы, аңды юғалтыу, йоҡлай алмау күҙәтелә. Шулай уҡ кеше ҡорошоп, паралич һуғыуы ихтимал. Ауырыу талпан ҡаҙалыуҙан йәки кәзә һөтөнән йоға. Мал да был сир менән зарарлана. Ауырыуҙың тәүге билдәләрен талпан ҡаҙалған урындың ҡыҙарыу, яныу, ҡайһы саҡта ауыртыу, ҡысыныуҙан белеп була. Әгәр һеҙгә талпан ҡаҙалһа, шунда уҡ сығарырға кәрәк. Тик уны ҡул менән алып ташларға ярамай. Сөнки уның башы тороп ҡалыуы ихтимал. Талпанды пинцет йәки ептән төйөн эшләп ипләп кенә сығарығыҙ. Башы тороп ҡалған осраҡта, сүпте сығарған кеүек, энә менән алырға йәки табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Талпанды ҡуйы май менән һөртһәң, алыуы еңелерәк. Бөжәк ҡаҙалған урынды спирт, йод менән таҙартырға кәрәк. Талпанды банкаға һалып, врач-инфекционистҡа мөрәжәғәт итеү мөһим. Шулай уҡ был ҡурҡыныс ауырыуҙан прививка ла бар. Уны 4 йәштән 70 йәшкә тиклемге кешеләргә эшләйҙәр. Курс 3 прививканан тора: тәүгеләрен ноябрь-декабрҙә, өсөнсөһөн мартта үткәрәләр. Бындай профилактик сара дүрт йылға бер мәртәбә уҙғарыла. Әлбиттә, талпан энцефалитын йоҡтормау өсөн кеше үҙе лә абай булырға тейеш. Кейемдең асыҡ булмауы, салбарҙы итеккә һалып кейеү, яға, еңдең төймәләрен ныҡлап эләктереү, башта көләпәрә йә яулыҡ булыуы талпандан һаҡлар. Бөжәктәрҙе ҡурҡытыу өсөн төрлө химик препараттар ҙа ҡулланыла. Урманға барғандан һуң, мотлаҡ бар тән ҡаралырға тейеш. Шулай уҡ мал хаҡында ла оноторға ярамай. Уларҙа табылған талпандарҙы алырға һәм юҡ итергә кәрәк. Табиптарҙың бар иҫкәрмәләрен үтәү генә һеҙҙе ҡурҡыныс ауырыуҙан алып ҡаласағы хаҡында онотмағыҙ.
Фото; https://yandex.ru/images/search?from=tabbar&text=%D0%BA%D0%BB%D0%B5%D1%89%D0%B8%20%D0%B2%20%D0%B1%D0%B0%D1%88%D0%BA%D0%B8%D1%80%D0%B8%D0%B8&pos=0&img_url=https%3A%2F%2Frbsmi.ru%2Fupload%2Fiblock%2F734%2F7344585dac527dcd84ce3dbf14f17704.jpg&rpt=simage
Читайте нас в