Сара барышында төрлө хеҙмәт етәкселәренә һәм шәхси составҡа смотрҙың маҡсаттары, район территорияһында ташҡын менән бәйле хәл торошо еткерелде, 2021 йылда ташҡынға әҙерлек һәм уны үткәреү осорона маҡсаттар ҡуйылды. Смотр ваҡытында райондың дежур хеҙмәттәренең матди-техник базаһы, уларҙың һаҡланыу һәм техник саралар, кәрәкле йыһаздар менән тәьмин ителгәнлеге тикшерелде.