Йәнтөйәк
+10 °С
Облачно
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Һаҡ булығыҙ!
15 Января 2021, 06:51

Мәкегә төшкәндә ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк

18 ғинуарҙан 19-ына ҡарай төндә православие донъяһы Крещение байрамын билдәләй. Крещение сочельнигында һәм байрам көнөндә бөтә православие ҡорамдарында литургиянан һуң һыуҙы изгеләндереү йолаһы башҡарыла.

Боронғо хөрәфәттәргә ярашлы, был мәлдә бөтә һыу изгегә әүерелә һәм барлыҡ ауырыуҙарҙы дауалай.
Быйыл изге һыуҙа ҡойоноу өсөн 74 урын әҙерләнгән. Был объекттарҙа Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре һәм хеҙмәткәрҙәре, муниципаль берәмек хакимиәттәренең административ комиссиялары хәүефһеҙлекте тәьмин итәсәк.
Православие байрамы осоронда йола башҡарғанда күңелһеҙ хәлдәргә юл ҡуймау маҡсатында республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәүефһеҙлек сараларын үтәү зарурлығы тураһында иҫкәртә:
– һыуға махсус ҡулайлаштырылған урындарҙа ғына төшөргә;
– иҫерек килеш мәкелә ҡойонмаҫҡа;
– һыуға төшөр алдынан тәнде ҡыҙҙырырға;
– уңайлы аяҡ кейемендә килергә;
– һыуға һикермәҫкә, суммаҫҡа;
– мейеләге ҡан тамырҙары ҡыҫылмаһын өсөн мәкегә муйынға тиклем генә төшөргә;
– һыуҙа бер минуттан артыҡ тормаҫҡа;
– һыуға бала менән килһәң, уны ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа, яңғыҙ һыуға төшөрмәҫкә;
– мәкенән сыҡҡанда таянғыстарға тотонорға;
– һыуҙан сыҡҡас тәнде ҡоротоп һөртөргә, ҡоро кейем кейергә, йылы сәй эсергә.
Һыуыҡта даими һыу ҡойонған кешеләргә генә мәкегә төшөргә кәңәш ителә. Хроник ауырыуҙарҙан, йөрәк һәм ҡан тамырҙары сирҙәренән яфаланғандарға һыу инеү тыйыла. Быйыл коронавирус пандемияһына бәйле Крещениела һыу ҡойоноу башҡа йылдарҙағынан айырыла. Илдең бөтә төбәктәрендә хәүефһеҙлек саралары көсәйтелә.
Фото: gkchs.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас