Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәшмәк миҙгеле йыл һайын бер нисә ҡорбан алмай үтмәй, улар араһында яңы бәшмәк йыя башлағандар ҙа, тәжрибәлеләр ҙә бар. Һуңғы фажиғә ошо арала Әбйәлил районында булған. 28 йәшлек ир ауыл ситендә бәшмәк йыйған һәм уны үҙе менән балалары өсөн ҡыҙҙырған. Төнөн ир “Ашығыс ярҙам” саҡырта. Алты йәшлек ҡыҙыҡайҙы ҡотҡарып булмай, ә үҙе һәм бәләкәй малайы әле дауаханала. Уларҙы мөғжизә генә үлемдән йолоп ҡала.
Был “тыныс һунар” кеүек матур шөғөл фажиғәгә әйләнмәһен һәм ыңғай хис-тойғо урынына ғазаптар килтермәһен өсөн нимә эшләргә (һәм нимә эшләмәҫкә)? Беҙ профессиональ ҡотҡарыусыларҙан иң мөһим һәм көнүҙәк кәңәштәр йыйҙыҡ.
Урманға сәйәхәткә әҙерләнәбеҙ
Бәшмәк йыйырға урманға барыр алдынан үҙегеҙ менән бысаҡ, бер нисә тапҡыр ҡапҡылап алырға етерлек аҙыҡ-түлек, ҡоро ҡапта шырпы, һыҙғыртҡыс (бәлә сигналын биреү өсөн), зарядкалы телефон, уға портатив зарядка ҡоролмаһы булһа, тағы ла шәберәк, сирҙәрегеҙ аҙып китмәһен өсөн дарыуҙар алығыҙ. Мотлаҡ рәүештә туғандарығыҙға ҡайҙа барыуығыҙ һәм ҡасан ҡайтырға йыйыныуығыҙ тураһында әйтегеҙ.
Камуфляж кеймәгеҙ – уны йәшенеү өсөн уйлап тапҡандар, һеҙҙе өс метр алыҫлыҡтан күрмәүҙәре ихтимал. Иң яҡшыһы – ҡыҙыл, һары, аҡ, ҡыҙғылт-һары курткалар кейеү. Уларға яҡтылыҡты сағылдырыусы һыҙаттар йәбештереү ҙә шәп.
Эҙләйбеҙ, табабыҙ, һайлайбыҙ
l Иң мөһим ҡағиҙә шундай: “Әгәр һин бәшмәктең ашауға яраҡлы икәнлегендә 200 процентҡа ышанмайһың икән, уға теймә”. Үҙегеҙ менән бәшмәктәрҙе таный торған атлас алығыҙ һәм үҫеп ултырғанын һүрәттәгеһе менән сағыштырығыҙ. Саҡ ҡына ла шигегеҙ ҡала икән, бәшмәкте урманда ҡалдырығыҙ.
l Бәшмәк йыйыр өсөн һауа үткәрә торған, талдан эшләнгән кәрзин йәки тырыз алығыҙ. Пакетта улар һына һәм боҙола. Бәшмәкте кәрзингә эшләпәһе менән аҫҡа ҡаратып һалығыҙ – шулай итһәгеҙ, улар яҡшыраҡ һаҡлана. Шунда уҡ тупраҡ, япраҡ, үлән һәм башҡа сүп-сарҙан таҙартығыҙ.
l Бәшмәктәр ауыр металдар һәм ағыулы матдәләрҙе губка кеүек үҙенә һеңдерә, шуға күрә уларҙы заводтар һәм трассалар янында йыйырға ярамай. Иң яҡшыһы – юлдан биш километр төпкәрәк китеү.
l Иҫке бәшмәк йыймағыҙ, шулай уҡ йомшаҡ, еүеш һәм серектәрен урап үтегеҙ. Тап шундайҙар менән ағыуланыу ихтимал.
l Өйгә ҡайтҡас та бәшмәкте тикшереп сығығыҙ һәм таҙартығыҙ. Аҙаҡ һалҡынса тоҙло һыуға һалығыҙ. Был бәшмәктән бөжәктәрҙе ҡыуып сығарасаҡ.
l Бер ҡасан да осраҡлы һатыусыларҙан бәшмәк һатып алмағыҙ. Бер кем дә уларҙы ҡайҙа һәм ҡасан йыйғанын дөрөҫ кенә әйтмәйәсәк. Уларҙы юғары экологиялы, ҡара урмандың иң төпкөлөнән әле генә йыйып алыуҙары ла, ике көн элек завод янындағы зыяраттан алып килеүҙәре лә ихтимал. Яҙмыш менән уйнамағыҙ, яҡындарығыҙҙың ғүмере һәм һаулығы күпкә ҡиммәтерәк.
l Электән килгән бер “алым” бар – бешеп ултырған бәшмәккә көмөш ҡалаҡ йәки һуған башы һалырға кәрәк. Әгәр улар ҡарайһа йәки берәй төҫкә буялһа, имеш, бәшмәк ағыулы. Был дөрөҫ түгел! Төҫтөң үҙгәреүе бәшмәктең ағыулы булыуы тураһында бер нимә лә һөйләмәй. Бәшмәктең әсе тәме лә бер ни аңлатмай: бик күп хәүефле бәшмәктәр, мәҫәлән, мухомор, бик татлы һәм тәмле була.
Ҡурҡыныс хәл була ҡалһа...
n Бәшмәк менән ағыуланыуҙың беренсе билдәләре, ғәҙәттә, 12-14 сәғәттән күренә. Әгәр ҡоҫҡоғоҙ килһә, эсегеҙ ауырта башлаһа, тән температураһы күтәрелһә, диарея башланһа, йөрәк ритмы боҙолһа йәки күҙ ҡараһы киңәйһә, шунда уҡ “Ашығыс ярҙам” саҡырығыҙ. Тиҙ арала сара ҡабул итмәһәгеҙ, бер нисә тәүлектән дауалау бик ауыр, ә ҡайһы саҡта файҙаһыҙ ҙа буласаҡ.
n Табиптар килеп еткәнсе сирлегә биш-алты стакан саҡ ҡына тоҙланған һыу эсерегеҙ һәм теле төбөнә баҫығыҙ, ул ҡоҫорға тейеш. Был күңелһеҙ, әммә бик кәрәкле процедураны бер нисә тапҡыр ҡабатлағыҙ һәм сирлене йылы итеп төрөп һалығыҙ. Хәрәкәтләнеү токсиндарҙың организм буйлап тиҙерәк таралыуына килтерә, шуға күрә сирле кеше табиптарҙың килгәнен тыныс ҡына көтөп ятһын.
n Ҡайһы берәүҙәр, алкоголь эсһәң, ул ағыуҙы юҡҡа сығара, тигән фекерҙә. Һәм ағыуланыу симптомдарын тойоу менән араҡы йәки башҡа алкоголле эсемлек эсә һала. Был дөрөҫ түгел! Ысынында алкоголь менән токсиндар ҡанға тағы ла әүҙемерәк эләгә.
Ағыулыһын нисек танырға?
Бәшмәк менән ағыуланмаҫ өсөн нимә эшләргә? Әлбиттә, иң мөһиме – уларҙы ныҡлы белергә кәрәк. Эшләпәле бәшмәктәр шартлы ике төргә бүленә: көпшә һымаҡтары һәм пластинкалылар. Уларҙы айырыу өсөн эшләпәһе аҫтына ҡарағыҙ:
көпшәнән торған бәшмәктәрҙә саң-һеркәләр була, ул ҡарап тороуға губкаға оҡшаған. Был бөтәһе лә яратҡан аҡ бәшмәк, ҡайын бәшмәге, майлы бәшмәк һәм башҡалар. Әгәр эшләпә аҫты нәҙек кенә пластинкаларҙан торһа, тимәк, был пластинкалы төргә ҡарай. Улар – һарыҡ бәшмәге, гөрөздә, һары бәшмәк (унда пластина урынына йыйырсыҡ). Эш шунда: бөтә ағыулы бәшмәктәр ҙә пластинкалылар төрөнә ҡарай. Тимәк, тәүгеләрен һаулыҡ өсөн ҡурҡмай йыйырға мөмкин.
Шулай итеп, төп ҡурҡыныс пластинкалы бәшмәктәрҙән янай. Иң хәүефле дүрт бәшмәкте айырып ҡарайыҡ. Улар – аҡһыл ағыулы бәшмәк (поганка), аҡ ағыулы бәшмәк, ҡыҙыл мухомор һәм ҡаплан мухоморы. Уларҙы ентекләберәк ҡарайыҡ.
Аҡһыл ағыулы бәшмәк. Экваторҙан юғарыраҡ, унан да ҡурҡынысыраҡ бәшмәк юҡ! Ғалимдар асыҡлауынса, уның эсендә бик ҙур ағыуҙар исемлеге тупланған. Уларҙың иң ныҡ тәьҫирлеһе – фаллоидин. Был бәшмәктең 0,03 грамы ғына ла организмға эләкһә, кешенең үлеүе ихтимал. Уны бик оҙаҡ итеп бешерһәң дә, даими һыуҙы алмаштырһаң да, ағыуы сыҡмай. Танылып торһа ла, ҡайһы берәүҙәр уны ашай торғаны менән бутай. Яңылышмаҫ өсөн иғтибар менән ҡарағыҙ: уның эшләпәһе аҡһыл-йәшкелт төҫтә, ҡыңғырауға оҡшаған. Аяғы оҙон, нәҙек, аҡ төҫтә, нигеҙенә ҡарай киңәйгән. Был ағыулы бәшмәктең тағы бер айырмалы һыҙаты: аяҡсаһында шекәрә дүңгәләге бар. Эшләпәһендәге пластинкалары һәр ваҡыт аҡ төҫтә була, йыш ҡына дым тамсылары йәбешеп тора.
Аҡ ағыулы бәшмәк. Был башлыса ҡарағай һәм шыршы урмандарында үҫкән бәшмәк тышҡы ҡиәфәте менән аҡһыл ағыулы бәшмәккә оҡшаған. Айырмаһы: ул ап-аҡ эшләпәле һәм тәңкәләре юҡ тиерлек. Йәш бәшмәктең эшләпәһе ҡалпаҡ кеүек, ә өлкәндәренеке турая һәм диск формаһына оҡшап ҡала. Шулай уҡ еҫенә иғтибар итегеҙ. Уның еҫе насар һәм ытырғандырғыс хатта.
Ҡыҙыл мухомор тураһында һөйләп тороуҙан фәтүә юҡ, был ҡыҙыл эшләпәһенә аҡ таптар төшкән бәшмәкте белмәгән кеше юҡтыр.
Ҡаплан мухоморы ла “иптәше”нә оҡшаған, тик уның эшләпәһе көрәнерәк һәм аҡ таптары күберәк. Ҡыҫҡаһы, был ике бәшмәкте ашай торғандар менән бутау мөмкин түгел. Шаярып ҡына йәки бала-саға яңылыш ҡына ашап ҡарамаһа...
Дөрөҫ әҙерләнмәгәне лә хәүефле!
Бәшмәк менән ағыуланыуҙың тағы бер юлы бар. Ғәжәп, тик ашарға яраған бәшмәк менән дә ағыуланырға мөмкин. Бындай ағыуланыуҙар һаны дөйөм ағыуланыу күләменең 30 процентын тәшкил итә.
Ни өсөн былай килеп сыға? Баҡһаң, бәшмәкте банкаға ябыу хәүефле икән. Ерҙә һәм һыуҙа төрлө бактериялар күп, улар араһында хәүефле ботулин тигәндәре лә бар. Ул кеше организмына бешерелгән йәки ҡыҙҙырылған бәшмәк менән инһә, бер зыян да юҡ. Ә бына бәшмәкте герметик банкаға ябып, ботулинды кислородһыҙ ҡалдырһаң, бактериялар үҫешә һәм токсиндар бүлә башлай. Бындай бәшмәкте ашап ағыуланһаң, кешелә ботулизм үҫешә, был көслө ағыуланыу нервы системаһына зыян килерә. Бәшмәкте тоҙлау һәм маринадлау ҙа ботулотоксиндарҙан ҡотҡармауы ихтимал. Күп итеп аш һеркәһе һалһаң ғына, ағыу сығарыу туҡтала, тик был осраҡта бәшмәкте ашап булмай, сөнки ул бик әсе буласаҡ.
Йыйып алған бәшмәкте шунда уҡ эшкәртеү хәйерле. Иң күбе алты сәғәткә тиклем тотоу мөмкин. Артабан хәүеф барлыҡҡа килә, сөнки ул боҙола башлай. Ниндәй бәшмәк йыйһағыҙ ҙа, уны бешереп алыу кәрәк. Ике тапҡыр! Беренсе һыуға бәшмәктәр токсиндарын сығара, уны ҡайнап сығыу менән түгергә кәрәк. Икенсе һыу бәшмәктәр төпкә төшкәс түгелә. Төрлө бәшмәкте бер-береһенән айырып бешерегеҙ. Һәр бәшмәктең бешеп сығыу ваҡыты төрлөсә, шуға күрә бергә һалһағыҙ, ҡайһыһылыр бешмәй ҡалыуы бар.
Тағы шуға иғтибар итегеҙ. Мухомор менән ағыуланһаң, тәүге билдәләр бер-ике сәғәт эсендә барлыҡҡа килә, ә бына аҡһыл ағыулы бәшмәк менән ҡатмарлыраҡ. Билдәләр ни бары икенсе көнгә саҡ тойола башлай, ғәҙәттә, 10-12 сәғәт ваҡыт үтә. Был оҙайлы ваҡыт нығыраҡ ағыуланыуға һәм үлемгә килтерә.
Үҙебеҙҙе һаҡлайыҡ!