Күптән түгел баш ҡалабыҙҙың Ленин районы буйынса 3-сө суд бүлексәһенең мировой судьяһы юл хәрәкәтенә бәйле административ хоҡуҡ боҙоуҙы ҡарап, ҡарар сығарҙы. Юл-транспорт ваҡиғаһы Өфөнөң бер урамында була. Тәртип боҙоусы «Фольксваген» автомобилендә велосипедта китеп барыусы уҡыусыға барып менә. Уның сәләмәтлегенә ниндәй зыян килтерелеүен дә асыҡламай, хәл-ваҡиға урынынан ҡаса. Велосипед йөрөтөүсе Өфө ҡала мәктәптәренең бер уҡыусыһы булып сыға. Уға табиптар ярҙамы талап ителә. Тәртип боҙоусы 1 йылға транспорт йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителде.
Ә һеҙгә, дуҫтарым, велосипедта йөрөгәндә ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе хәтерҙә тотоу яҡшы булыр. 7 йәштән бәләкәстәр тик тротуарҙа, йәйәүлеләр йәки велосипедсылар юлының йәйәүлеләр йөрөй торған яғын ҡуллана ала. 7-нән 14 йәшкә тиклемгеләргә йәйәүлеләр зонаһының ҡырынан, шулай уҡ тротуар буйлап велосипед юлынан йөрөргә ярай. Ә 14 йәштән өлкәндәргә велосипедсылар өсөн юлдан йәки махсус һыҙаттан ғына елдерергә мөмкин.
Велосипедсылар ҙа автомобиль йөрөтөүселәр һәм башҡа транспорт саралары менән идара итеүселәр, йәйәүлеләр менән бер рәттән юл хәрәкәте ҡатнашыусылары булып һанала. Шуға ҡағиҙәләрҙе үтәмәгән осраҡта 800 һум күләмендә штраф һалыу ҡаралған. Эскән килеш хәрәкәт иткәндәргә – 1 000 – 1 500 һумға тиклем. Юл хәрәкәтен боҙоп, велосипедсы кемдеңдер һаулығына еңел һәм уртаса зыян килтерһә, 1 000 – 1 500 һумға тиклем штраф түләйәсәк.
Йәй, каникул мәле тип, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә онотмаһағыҙ ине, дуҫтар.