Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
17 Июль 2020, 14:45

Башҡа ҡояш һуҡһа...

Томра көндәр дауам итә. Ҡояш һуғыуҙан һаҡланыу өсөн уяу булығыҙ. Айырыуса психологик көсөргәнештә йәшәгәндәр, йөрәк-ҡан тамырҙары, ҡалҡан биҙе, һимереү сирҙәре менән яфаланғандар, артериаль ҡан баҫымы юғары булғандар үҙҙәренең сәләмәтлегенә иғтибарлы булһын ине.

Йылылыҡ һуғыу оҙайлы юғары температура тәьҫире һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Эҫе елһеҙ көндә физик эш менән шөғөлләнеү сәләмәтлеккә кире йоғонто яһай. Ә ҡояш һуғыу тура төшкән ҡояш нурҙары һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.
Ике осраҡта ла баш ауырта, арыу-талсығыу, хәлһеҙлек күҙәтелә, баш әйләнә, уҡшыта. Тән температураһы күтәрелә, ҡолаҡ шаулай, тын ҡыҫыла, йөрәк тибеүе йышлай, күҙ алды ҡараңғылана, кешенең иҫтән яҙыуы, ҡорошҡаҡ тотоуы мөмкин.
Тәүге ярҙам организмды һыуытыуға йүнәлтелә. Бының өсөн башына эҫе һуҡҡан кешене күләгәгә йәки һалҡыныраҡ ергә күсерегеҙ. Арҡаһына һалып, аяҡтарын бер аҙ күтәреберәк ҡуйығыҙ. Кейемдәрен сисегеҙ, саф һауа инеүен тәьмин итегеҙ.
Башын һалҡын һыу менән еүешләтегеҙ йәки еүеш таҫтамал һалығыҙ. Мөмкинлек булғанда, 18-20 градус йылылыҡтағы ваннаға һалып алығыҙ. Мотлаҡ “Ашығыс ярҙам” саҡыртығыҙ. Ошо телефондарҙы иҫтә тотоғоҙ: экстрен хеҙмәттәрҙең берҙәм телефон номеры – 112, ашығыс ярҙам (ҡала номерынан) -03, (мобиль телефондан) – 103, ҡыҙыу линия телефоны – 8-(347)235-81-57.
Эҫе һуҡмаһын өсөн тура төшкән ҡояш нурҙарынан һаҡланығыҙ, башығыҙға кейегеҙ, тейешле кимәлдә һыу эсегеҙ, үтә майлы аҙыҡтар , алкоголле зсемлектәр ҡулланыуҙан тыйылығыҙ. Йәшелсә, емеш-еләк һәм йәшел сәйгә өҫтөнлөк бирегеҙ. Һау-сәләмәт булығыҙ!
Фото:Башинформ.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: