Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
15 Июнь 2020, 16:41

Ун кеше батып үлгән

Аҙна һайын Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән байтаҡ кеше һәләк булып тора.

Ҡышҡы осорҙарҙа был авариялар һәм янғындар булһа, йәй көнө һыуға батыу менән бейеклектән ҡолау ҙа өҫтәлә. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында аҙналыҡ һандар еткерелде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар бигерәк күңелһеҙ.
Шулай итеп, был аҙнала Башҡортостан юлдарында 79 автомобиль аварияһы теркәлгән. Уларҙа 103 кеше йәрәхәтләнгән, туғыҙ кеше һәләк булған. Республиканың Юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев белдереүенсә, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда бер ни тиклем кәмеү булһа ла, һандар барыбер юғары.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров янғындар буйынса һөйләне. Уҙған аҙнала 288 янғын теркәлгән, уларҙа өс кеше һәләк булған. Бында ла күрһәткестәрҙең кәмеүенә өлгәшелгән. Үлем осраҡтары 20 процентҡа әҙерәк. Өс урман янғыны теркәлгән.
Һыуға батыу буйынса, һандар үтә насар. Бер аҙна эсендә ун кеше батып үлгән, шул иҫәптән дүрт йәшлек бала. Иң күбе 12 июндә батҡандар, бер көндө һыуҙан биш кеше кәүҙәһе сығарылған.
– Рейдтар үткәреп торһаҡ та, кешеләр күпләп бата. Район хакимиәттәре башлыҡтары иғтибарлыраҡ булһын, был йәһәттән эште әүҙемерәк ойошторһон, - тине Фәрит Ғүмәров.
Уҙған аҙнала ун кеше бейеклектән ҡолаған, икәүһе һәләк булған, дүрт кеше дауаханала.
Фото: new.vse42.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: