Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
4 Июнь 2020, 13:55

Һыу ингәндә һаҡ булығыҙ!

Йыл миҙгеленең иң матур, иң йәмле сағы етте. Көндәр эҫеләнә башлау менән халыҡ һыу буйына ағыла. Тик ял иткән ваҡытта уяу булырға кәрәк!

Йылға-күлдәр, һыу инеү миҙгеле айырыуса балалар өсөн хәүефле. 3 июндә Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты йәйен һыу ятҡылыҡтарында граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләһенә арнап үткәргән видеокәңәшмәлә комитет рәйесе Фәрит Ғүмәров билдәләүенсә, һуңғы биш йылда балаларҙың һыуҙа батып үлеү осраҡтары ныҡ йышайҙы. Үкенескә ҡаршы, быйылғы башланып та өлгөрмәгән һыу инеү миҙгелендә лә күңелһеҙ осраҡтар теркәлде. 31 майҙа Стәрлетамаҡта 14 йәшлек үҫмер һыу инеү рөхсәт ителмәгән урында батып үлде. Унан алда ҡотҡарыусылар һәм ирекмәндәр 17 көн дауамында йылғаға батып үлгән туғыҙ йәшлек баланы эҙләне. Бына ошоноң ише ҡурҡыныс осраҡтар йыл һайын ҡабатланып тора. Ата-әсәләргә, ололарға һыу буйҙарында балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмау, рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инмәү хаҡында оноторға ярамай.
Быйылғы йылда төбәгебеҙҙең йылға-күлдәрендә балыҡсыларҙың батып үлеү, автотранспорттың һыуға батыу осраҡтары ла йышайған.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ:
  • тик рөхсәт ителгән ерҙәрҙә генә һыу инергә мөмкин;
  • таныш булмаған урындарҙа сумырға ярамай ( һыу төбөндә батҡан бағаналар, таштар һәм башҡа нәмәләр ятыуы ихтимал);
  • тын тултырылған йөҙөү сараларында ярҙан алыҫ китмәгеҙ;
  • дауыллы көндө йәки ярға көслө тулҡын бәрелгән урындарҙа һыу инергә ярамай;
  • әгәр көслө ағымға эләкһәгеҙ, ағымға ҡаршы йөҙөргә маташмағыҙ. Был осраҡта ағым ыңғайына һәм әкренләп ярға ыңғайлап йөҙөргә кәрәк;
  • ауырып йәки хәлһеҙләнеп торғанда, тән температураһы күтәренке булғанда, киҫкен инфекцион сир менән ауырығанда һыу инергә ярамай;
  • спиртлы эсемлек эскән килеш һыуға яҡын бара күрмәгеҙ ( эҫе йәйҙә байтаҡ фажиғә тап ошо сәбәпле теркәлә);
  • Һыу инеү күңел асыу ғына түгел, ә һәр беребеҙҙән оло яуаплылыҡ та талап итә. Йәйҙең бөтә рәхәтлеген татып, туйғансы һыу инегеҙ, сәләмәтлегегеҙҙе яҡшыртығыҙ, тик хәүефһеҙлек саралары тураһында ғына онотмағыҙ!
    Илһөйәр Махатова әҙерләне.
    Зимфира Нартдинова фотолары.
    Читайте нас: