Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
3 Июнь 2020, 13:48

Талпандан һаҡ булығыҙ!

Яҙ килгәс, урман-ҡырҙарҙа талпандың күбәйеүе күҙәтелә. Ләкин йәй етте тип, тынысланырға ярамай. Талпандар йәйен дә “йоҡламай”.

Был бөжәктең ҡурҡыныс сир — талпан энцефалитын таратыуы хаҡында оноторға ярамай. Ауырыу үҙен шунда уҡ белдермәй. Сирҙе асыҡлағансы 7-14 көн үтергә мөмкин. Ауырыу ҡапыл башлана: тән температураһы күтәрелә, ҡоҫоу, баш, тән ауыртыуы, аңды юғалтыу, йоҡоһоҙлоҡ күҙәтелә. Шулай уҡ кешене паралич һуғыуы ла ихтимал. Ауырыу талпан ҡаҙалыуҙан йәки кәзә һөтөнән йоға. Мал да был сир менән зарарлана. Ауырыуҙың тәүге билдәләрен талпан ҡаҙалған урындың ҡыҙарыу, ҡайһы саҡта ауыртыуҙан белеп була.
Әлбиттә, талпан энцефалитын йоҡтормау өсөн урман-ҡырҙарға сыҡҡанда бик иғтибарлы булырға кәрәк. Кейемдең асыҡ булмауы, салбарҙы итеккә тығып кейеү, яға, еңдең төймәләрен ныҡлап эләктереү, башта яулыҡ булыуы талпандан һаҡлар. Бөжәктәрҙе ҡурҡытыу өсөн төрлө химик препараттар ҙа ҡулланыла. Урманға барғандан һуң, мотлаҡ тәнде ҡарарға кәрәк.
Әгәр талпан ҡаҙалһа, уны шунда уҡ алырға кәрәк. Тик уны ҡул менән алып ташларға ярамай, башы тороп ҡалыуы ихтимал. Талпанды пинцет менән ипләп кенә сығарырға кәрәк. Үҫемлек майы һөртһәң, алыуы еңелерәк була. Бөжәк ҡаҙалған урынға спирт йәки йод һөртөргә кәрәк. Талпан ҡаҙалғанда ла, башы тороп ҡалған осраҡта ла табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Табиптарҙың бар иҫкәрмәләрен, кәңәштәрен үтәү генә һеҙҙе ҡурҡыныс ауырыуҙан алып ҡаласағы хаҡында онотмағыҙ.
Илһөйәр Махатова әҙерләне.
Фото интернеттан алынды.
Читайте нас: