Йәнтөйәк
+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
1 Апрель 2020, 12:52

Каринэ Хәбированың республика халҡына мөрәжәғәте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тормош иптәше Каринэ Хәбирова социаль селтәрҙә Башҡортостан халҡына мөрәжәғәт итте.

Илдә барған эпидемияға бәйле, Каринэ Хәбирова бөтәбеҙгә тулы үҙаллы изоляция ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырҙы, бер кемгә лә өйҙән сыҡмаҫҡа ҡушты. Шулай уҡ шәхси гигиена талаптарын инҡар итмәҫкә, табип кәңәштәрен күҙәтеү кәрәклеген онотмауҙарын үтенде.
“Ҡулығыҙҙы даими һәм ентекләп һабынлап йыуығыҙ. Бер-берегеҙгә ҡунаҡҡа йөрөмәгеҙ, әгәр сығырға тура килһә, йәмәғәт урындарында ике метр арауыҡты күҙәтегеҙ. Ҡулығыҙ менән битегеҙгә һәм күҙҙәрегеҙгә теймәгеҙ...
Шуны онотмағыҙ: бөгөн һәр беребеҙҙең вирус йоҡтороуы йәки мәкерле сир ҡорбаны булыуыбыҙ ихтимал. Шуға күрә уны башҡаларға таратмау сараһын күрәйек. Мотлаҡ битлектәр кейегеҙ! Күп тапҡыр кейә торған битлектәр алып ҡалығыҙ, сөнки бер тапҡыр кейә торғандары менән запас туплау мөмкин түгел. Тән температурағыҙ күтәрелеү, йүтәл барлыҡҡа килеү, тын алыуы ауырлашыу менән тиҙ арала медицина ярҙамына мөрәжәғәт итегеҙ”, - ти ул.
Каринэ Хәбирова шулай уҡ коронавирусҡа бәйле яңы мәғлүмәттәр менән танышып барырға, белгестәрҙең кәңәшен үтәргә саҡыра. Шул уҡ ваҡытта яҡындарығыҙға йылылыҡ һәм һөйөү бүләк итергә лә онотмағыҙ.
Фото: "Горобзор" сайтынан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: