Бына күптән түгел, 13 мартта, Краснокама районының Сауыҙ ауылынан ике ир ҡаргиҙәргә ултырып йылғаға балыҡҡа юллана. Әммә ҡапыл боҙ аҫтына төшөп китә улар. Бәхеткә, үҙҙәре сыға-сығыуын, ә бына транспорттары һыу аҫтында ҡала. Һуңыраҡ ирҙәрҙең берәүһен, өшөү сәбәпле, дауаханаға оҙаталар.
Ауылдаштары менән ошондай бәлә булыуға ҡарамаҫтан, 14 мартта шул уҡ ауылдан дүрт кеше ҡаргиҙәрҙә елдереп килергә уйлап Ағиҙел йылғаһына китә. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, берәүһе кире әйләнеп ҡайтмаған, әле уны эҙләйҙәр.
Ведомствола иҫкәртеүҙәренсә, республикала көндәр йылы тора, шунлыҡтан боҙ аҫтынан балыҡ тотоу, йылға өҫтөнә ҡаргиҙәрҙәрҙә төшөү бик хәүефле. Шуны иҫтән сығарырға ярамай: боҙло һыуға эләкһәң, ваҡыт минуттарҙа түгел, секундтарҙа һанала.