Йәнтөйәк
-8 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
20 Февраль 2020, 14:19

"Сбербанк" хеҙмәткәре кешеләрҙе 22 миллионға төп башына ултыртҡан

Туғыҙ йыл буйына 24 кешене алдаған.

Дүртөйлө ҡалаһында "Сбербанк"тың элекке хеҙмәткәре туғыҙ йыл дауамында кешеләрҙең аҡсаһын үҙләштереү менән шөғөлләнгән.

Улар араһында банк клиенттары ғына түгел, ә ҡатындың дуҫтары һәм таныштары ла бар. Акция һатып алыу йәки депозит асырға тәҡдим итеп, аферист төрлө суммалар алған. Эре банк хеҙмәткәре булғанға күрә, уға барыһы ла ышанған.

Ҡатынға ҡарата енәйәт эше былтыр ҡуҙғатылған. Тикшереү барған ваҡытта ла ул ҡала янында ҡиммәтле йорт төҙөүен туҡтатмаған. Шаһиттар әйтеүенсә, 200 квадрат метр самаһы майҙанды тәшкил иткән бындай ҡупшы коттедж ябай банк менеджерының хәленән килгәндәй түгел.

Фото: социаль селтәрҙәр.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
Читайте нас