Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Һаҡ булығыҙ!
4 Февраля 2020, 12:35

Йәштәр ағыуланғанмы?

Бөрөлә һәләк булған үҫмерҙәр тураһындағы яңылыҡ йәнә бер тапҡыр республиканы тетрәндерҙе. Фатирҙа 19 йәшлек Руслан менән 14 йәшлек Лилиәнең (исемдәр үҙгәртеп алынды) кәүҙәләре табылыуы тураһында яҙғайныҡ инде. Әле уларҙың үлеме сәбәбе асыҡлана.

Ҡыҙыҡайҙың бигерәк йәш булыуына ҡарамаҫтан, улар йыл ярым дауамында осрашҡан. Хатта бер-береһенең ата-әсәһе менән танышҡан. Руслан Дүртөйлөлә йәшәгән, тик һөйгән ҡыҙы янына Бөрөгә йыш килеп йөрөгән. Осрашыу өсөн улар ғәҙәттә бер нисә тәүлеккә ҡуртымға фатир алған.
Фажиғә көнөндә улар шәхси йылытыу системаһы булған фатирҙы ҡуртымға алған. Егет дуҫына шылтыратып система нисек эшләүе тураһында һорашҡан.
– Ул йылылыҡты арттырған һәм һыуыҡ булмаһын өсөн елләтеү ҡулайламаһын япҡан. Шуға ағыуланғандар ҙа инде. Русланды тәҙрә янында тапҡандар, күрәһең асырға теләгән тик өлгөрмәгәндер. Лилиә бәҙрәф бүлмәһендә булған, – ти уларҙың дуҫы Ильяс.
Йәш пар фатирҙы 1 февралдә төш мәлендә бушатырға тейеш булған. Тик уның хужаһы шылтыратыуға Руслан яуап бирмәгән. Кискә табан аптырап фатирға килгәс, уларҙы тапҡан. Әйткәндәй, тапҡан саҡта Лилиә тере булған, бер тәүлек дауаханала ятҡас, ул да һәләк була.
Йәштәрҙе бер көндө һәм бер ерҙә күмәсәктәр.
“ГорОбзор” порталы хәбәр итеүенсә, Дүртөйлө районы хакимиәтендә 19 йәшлек егеттең яҡындарына ярҙам итәсәктәр. Был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Һүҙ ҙә юҡ, ҡот осҡос фажиғә. Тик торған ерҙән йәш ғүмерҙәр өҙөлдө. Тик шуныһы бер аҙ аптырата: 14 кенә йәшлек уҡыусы балаға егет менән ҡуртымға фатир алып йөрөүе иртәрәк түгелме икән? Бәлки өлкәнерәк, тәжрибәлерәк булһалар, был бәлә булмаҫ та ине? Бындай осраҡта ата-әсәгә айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк бит. Әлбиттә, мөхәббәткә йәш кәртә түгел, тик һәр нәмәнең үҙ мәле, тәғәйен ваҡыты бар бит...
Һәләк булған егет менән ҡыҙҙың ғаиләләренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Һәм тағы бер тапҡыр йылытыу һәм газ ҡорамалдары менән эш иткән саҡта һаҡ булырға, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә саҡырабыҙ.
Фото: "ГорОбзор".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас