Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
28 Ғинуар 2020, 18:03

Микротулҡынлы мейес ысынлап та ҡурҡынысмы?

СВЧ-мейес, йәғни микротулҡынлы мейестең зыяны тураһында күп һөйләйҙәр. Хатта, ул бик ҡурҡыныс, тип үк ебәрәләр. Кем дөрөҫөн әйтер икән?

Роспотребнадзор белгестәре, микроволновканың хәүефе тураһында мифтарҙы таратабыҙ, тип белдергән.
Электромагнит нурланышты кеше көн һайын ала, имеш. Улар электр приборҙарынан сыға. Әммә ҡайһы берҙәре бик көсһөҙ нурҙар улар. Бөтөнләй зыянһыҙҙар икән.
Микроволновкала беҙ ризыҡты йылытып алабыҙ. Оҙаҡ итеп бешермәйбеҙ ҙә инде. Ана шул йылытыуҙы бик күп тикшергәндәр. СВЧ-нурланышта матдәләр молекулаһы тиҙерәк хәрәкәт итә, һөҙөмтәлә температура күтәрелә. Микротулҡынлы энергия приборҙың тышына сыҡмағанлыҡтан (ризыҡты йылытҡанда ул ябыҡ була), бер зыяны ла юҡ, тип ышандыра беҙҙе белгестәр.
Барыһы ла ябай: был электр машинаһын тейешенсә ҡуллана белергә кәрәк. Ашты йылытҡанда ла рөхсәт ителгән һауытҡа һалырға.
Ә һеҙ нимәнең зарарлы икәнен беләһегеҙме? Эйе, беҙҙең яратҡан телефоныбыҙ ул. Гел беҙҙең менән бергә булған, бәғзеләрҙең ҡолаҡ төбөнән дә төшмәгән телефон.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: кешегә шылтыратҡанда нурланыш иң көслөһө була. Сөнки телефон “теге ос” менән тоташтырырға станция эҙләй. Шул саҡта уны башығыҙҙан мөмкин тиклем алыҫтараҡ тоторға тырышығыҙ. Яуап булһа ғына, ҡолағығыҙға терәгеҙ.
Әгәр ҙә телефондан йыш һөйләшһәгеҙ, шылтыратыу араһы исмаһам, 15 минут булһын.
Йоҡлағанда иһә мобильнигығыҙҙы башығыҙҙан кәм тигәндә бер метр алыҫҡа һалығыҙ.
Фото: Т. Аманов.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: