Йәнтөйәк
+27 °С
Облачно
Антитеррор
Һаҡ булығыҙ!
18 Января 2020, 09:25

Байрам имен үтһен!

Был йәкшәмбе христиандар Крещение байрамын билдәләй. Был көндә православие вәкилдәре мәкелә һыу инә.

Байрам айҡанлы Өфөнөң һәр районында мәкеләр әҙерләнә. Йәмғеһе ете купель асыласаҡ. Улар:
– Дим районының Кустарев күлендә;
– Калинин районының Князев ауылы янындағы Ҡариҙел йылғаһында;
– Киров районындағы “Йәшлек” бассейны эргәһендә Ағиҙел йылғаһында;
– Ленин районының Нижегородка биҫтәһендә Ағиҙел йылғаһында;
– Октябрь районының Сипайлово биҫтәһендә Ҡариҙел йылғаһында “Ҡояшлы яр” пляжында;
– Орджоникидзе районындағы “Биатлон” комплексы янында Ағиҙел йылғаһында;
– Совет районының Иван Якутов исемендәге паркындағы “Һалдат” күлендә.
Республикала иһә бөтәһе 78 мәке эшләйәсәк. Быйылғы ҡыш йылы булһа ла, белгестәр белдереүенсә, уларҙа боҙ ҡапламы нормаль кимәлдә. Әгәр иреһә, уны махсус нығытасаҡтар.
Байрамда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү бик мөһим. Был турала бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында һөйләнеләр. Журналистар менән аралашыуға Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Эдуард Иҙрисов һәм идаралыҡтың баш белгес-эксперты Вилдар Шәрипов килде.
Һыуға сумған мәлдә мәкеләр янында ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар, полиция, ҡаланың Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге вәкилдәре дежурҙа торасаҡ. Купелдәр баҫҡыстар, яндауырҙар менән йыһазландырыла. Бынан тыш, кейемде алмаштырыу өсөн йылы палаткалар, ялан кухняһы, ҡайнар сәй һатыу нөктәләре асыла.
Мәкегә сумыр алдынан мотлаҡ табипҡа күренергә кәңәш ителә. Һаулығы ныҡлы булмаған кешеләргә һалҡын һыуға төшөргә ярамай. Шулай уҡ бындай урындарҙа балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу, боҙҙан тороп һыуға һикереү, күмәкләп боҙ өҫтөнә сығыу, иҫерткес эсемлектәр эсеү, мәке янына машина менән килеү тыйыла.
Был көндә ҡотҡарыусылар юғары әҙерлек режимында эшләйәсәк. Барлығы меңдән ашыу кеше һәм өс йөҙ берәмек техника йәлеп ителә. Ҡотҡарыусылар тәүлек әйләнәһенә дежурҙа буласаҡ.
Байрам имен үтһен!
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас