Йәнтөйәк
+11 °С
Ясна
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Тат
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
14 Ғинуар 2020, 16:14
“Аҡыллы” светофорҙар хәрәкәтте көйләй
Республика йортонда Радий Хәбиров “Транспорт сәғәте” тәртибендә тематик кәңәшмә үткәрҙе. Унда ҡатнашыусылар Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов тәҡдим иткән төбәктең интеллектуаль транспорт системаһы (ИТС) проектын тикшерҙе.
Система ваҡиғалар үҙәген, ысынбарлыҡта мониторинг үткәреү һәм хәрәкәтте көйләү мөмкинлеген биргән махсус программа тәьминәтен һәм автоматлаштырылған эш урындарын, интеллектуаль светофорҙарҙы, “аҡыллы” юл билдәләрен, ауырлыҡҡа контроллек итеү буйынса автоматлаштырылған пункттарҙы, автомобилде ҡуйыу ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәү камераларын үҙ эсенә ала. Быларҙың барыһы ла юлдарҙа хәүефһеҙлекте арттырыу, транспорт хәрәкәтен ҡулайлаштырыу мөмкинлеген бирәсәк.
ИТС-ты ғәмәлгә индереүҙең пилот биләмәһе итеп Өфө агломерацияһы һайланды. Проекттың дөйөм хаҡы – 1,5 миллиард һум. Тимур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, биш йыл эсендә республикаға федераль ҡаҙнанан йыл һайын 220 миллион һум аҡса бүлеү күҙаллана.
Радий Хәбиров проекттың мөһимлеген, бындай системаларҙы ғәмәлгә индереүҙең кәрәклеген билдәләне. Әлбиттә, ҡайһы бер проблемаларҙы айырым тикшерергә кәрәк. Иң элек Хәрәкәтте ойоштороу үҙәге өсөн бина һайлау бурысы тора. Төбәк етәксеһе ошо мәсьәлә буйынса фекер алышырға һәм уны ҡарауға әйләнеп ҡайтарға тәҡдим итте.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/t-g-rm-s/A-illi-svetofor-ar-h-r-k-tte-k-yl-y-74291/
Читайте нас: