Йәнтөйәк
+7 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Тат
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
5 Ғинуар 2020, 19:15
Туңған осраҡта ни эшләргә?
"Роспотребнадзор" хәбәр итеүенсә, йылылыҡ әйләнеше системаһы нығынып етмәгән балалар һәм оло йәштәгеләр һыуыҡҡа тиҙерәк бирешә.
Һауа температураһы түбәнгә төшкән һайын кешеләрҙең туңыу хәүефе арта.
Өшөүҙең тәүге билдәләре: тире бер ни һиҙмәй, шул урын ҡыҙарып тора, ныҡ итеп сәнскеләй. 20-30 минут тирәһе өшөгән урынды йылытыу ҙа был хәлде төҙәтә. Туңған урынды йылы һыуҙа тотор кәрәк, тик ул эҫе булмаһын.
Нығыраҡ өшөгәндә, тире ағара, ҡата, шешектәр менән ҡаплана. Бындай ваҡытта йәһәтерәк медицина ярҙамы алырға тырышырға кәрәк. Туңған ерҙе бер үк ҡар менән ышҡымағыҙ, бының хәлде ҡатмарлаштырып ебәреүе мөмкин. Шулай уҡ йылыныу өсөн электр грелкаһы, йылытҡыстар, асыҡ утты ҡулланыу тыйыла, сөнки туңған тиренең иҫе булмағанлыҡтан, яндырыу ҡурҡынысы бар.
Ныҡ туңғанда тән температураһы түбәнәйә, ҡалтырата, йоҡо баҫа, аң, телмәр бутала, хәрәкәт боҙола. Был осраҡта зыян күреүсене йылы урынға индерергә, уның еүеш һыуыҡ кейемен систереп, йылы ҡороһон кейҙерергә, шәрбәтле йылы һыу эсерергә кәрәк. Алкоголь биреү тыйыла!
Ғөмүмән, һауа торошона ярашлы кейенеү зарур. Ҡышҡыһын эстән бер нисә ҡат кейергә кәрәк, эске кейем еүешлекте һеңдермәй торған булһа – полиэстерҙан – яҡшы. Уртансы өлөш йылы һаҡлай торған, йәғни флис йә йөндән кәрәк. Иң тышҡы кейем елдән, яуым-төшөмдән һөҙөмтәле һаҡларға тейеш. Йылы шапка, шарф, бейәләйҙәр, һыу үткәрмәй торған аяҡ кейеме – улары инде мотлаҡ.
Фото: Yandex.ua
Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Tu-an-osra-ta-ni-eshl-rg-63865/
Читайте нас: