Йәнтөйәк
+25 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
26 Декабрь 2019, 11:36

Хәҙер снюс һатылмай

Снюс. Һуңғы ваҡытта был һүҙ бик популярға әйләнеп китте. Ошоға тиклем иғтибар ҙа итмәгәнбеҙ, ә ул ирекле рәүештә ҡаланың эреле-ваҡлы сауҙа үҙәктәрендә, төрлө кибеттәрҙә һәм киосктарҙа һатылған икән. Һатылыу ғына түгел, уны һәр теләгән бала һәм үҫмер ала алған.

Ни бары республикала ике бала ағыуланғандан һуң проблемаға иғтибар барлыҡҡа килде. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа тиклем барып етте. Радий Фәрит улы бер тәүлек эсендә был ағыуҙы сауҙа кәштәләренән алырға ҡушты.
Нимә һуң ул был снюс? Махсус ҡаптарҙа һатылған ваҡланған тәмәке ул. Уны тәмәке тартыуҙың имеш “хәүефһеҙерәк” алмашы булараҡ етештерәләр. 2015 йылдан уларҙы тыйған булғандар, әммә былтырҙан алып снюс йәнә популярлыҡ яуланы һәм яңы төр булып сығарыла башланы. Хәҙер улар шыйыҡ никотинлы кәнфит булараҡ һатыла. Элек уны тик махсуслаштырылған тәмәке кибеттәрендә генә табып булһа, бөгөн теләһә ниндәй аҙыҡ-түлек магазинынан һатып алырға мөмкин.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Халыҡ контроле” проекты әүҙемселәре 22 декабрҙә Өфөнөң сауҙа-күңел асыу үҙәктәренә сығып снюс һатылыуын тикшерҙе.
“Беҙ 10 эре сауҙа үҙәген тикшерҙек. Уларҙың һигеҙендә снюс һатып ала алдыҡ. Уларҙа һатыу тик паспорт буйынса ғына ойошторолған. Сауҙа кәштәләрендә лә улар юҡ. Һатып алыусы һорауы буйынса ғына һатыла”, – тине “Халыҡ контроле” проекты ағзаһы Антон Буфетов.
Халыҡ тикшереүселәре белдереүенсә, ҡайһы бер осраҡтарҙа снюстың тәмәкенән түгел, ә химикаттарҙан эшләнеүе асыҡланған. Был иһә һаулыҡҡа тағы ла ҙурыраҡ зыян килтерә.
“Берҙәм Рәсәй”ҙәр йөрөп сыҡҡандан һуң, бөгөн республиканың сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комитет белгестәре ҡабаттан тикшереү ойошторҙо.
“Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр был нөктәләр буйлап киренән йөрөп сыҡты һәм һигеҙ урындың икәүһендә снюс һатыу тураһындағы мәғлүмәт раҫланды. Был сауҙа нөктәләре хужалары менән аралашҡандан һуң, улар был тауарҙы бөтөнләй һатмаҫҡа булды”, – тинеләр ведомствола.
“Әле ҡануниәт кимәлендә снюс һатыуға тыйыу булмаһа ла, эшҡыуарҙарҙың күпселеге был зыянды аңлай һәм һатыуҙан ала. Бөгөнгө рейд быны тағы бер тапҡыр раҫлай. Бөтәһе лә әңгәмәнән һуң һатмаҫҡа ризалашты. Был йүнәлештәге эш дауам итәсәк”, – тине комитет рәйесе Алексей Гусев.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: