Үҙәк банк ойошманың эшмәкәрлегендә байтаҡ етешһеҙлектәр табып, “БашАктивФинанс” кооперативына клиенттарҙың аҡсаһын йәлеп итеүҙе тыйғайны. Әммә был ваҡытҡа күп кенә клиенттар һаҡлам һалырға өлгөргәйне инде. Сағыу сайт һеҙҙең аҡсағыҙҙың күпме табыш килтерәсәген тәфсирләп аңлата. Клиенттарға һаҡлыҡтағы аҡсаның юғалмаясағын, айлыҡ түләүҙәр буласағын, уны теләгән ваҡытта алыу мөмкинлеген вәғәҙә итәләр.
Был компанияның тағы ла бер “игеҙәге” булыуы һағайта –“БашАктивФинанс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Стәрлетамаҡ прокуратураһы ошо йылдың февралендә йәмғиәт тарафынан 300 граждандан 47 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп ителеүен асыҡланы. Суд ҡарарында һүрәтләнгән эш ысулдары финанс пирамиданыҡы менән тап килә.
Тыйыуға ҡарамаҫтан, компания офистары буш тормаған, хәҙер инде башҡа фирма халыҡтан аҡса йыя башлаған. Айырма бары өс хәрефтә: ЯСЙ урынына КПК “БашАктивФинанс”. Ойошма һаман да халыҡтан йыйылған аҡса страховкаланған тип бара, әммә юристар билдәләүенсә, был дөрөҫлөккә тап килмәй.
Финанс мәсьәләһен хәл итеү һәр кемдең үҙ иркендә, тик пирамидалар этабын аҙ үтмәнек, уяуыраҡ булайыҡ, тип иҫкәртеүебеҙ.