Был турала хәбәр алғас та, Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан ике янғын һүндереү машинаһы менән ете хеҙмәткәр ваҡиға урынына ҡуҙғала. Бынан тыш полиция һәм медицина хеҙмәткәрҙәре лә ярҙамға ашыға.
Асыҡланыуынса, янғын-ҡотҡарыусы подразделение килеп етеүгә, мансардалы баҡса йортоноң эсендә асыҡ янғын сыҡҡан була. Әлбиттә, тиҙ арала янғынды һүндерәләр, әммә ҡотҡарыусылар конструкцияларҙы һүткән ваҡытта ике ирҙең кәүҙәһе табыла. Әле янғындың сәбәптәре асыҡлана.
«Граждандарҙы ҡышҡы осорҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә саҡырабыҙ, ҡулдан яһалған электр йылытҡыстар менән ҡулланмаҫҡа өндәйбеҙ. Тәмәке тартмаҫҡа, иҫкергән электр сымдарҙы алыштырырға кәңәш итәбеҙ. Бынан тыш мейестәргә иғтибар итеп, уны ваҡытында ремонтлағыҙ", - тип граждандарға мөрәжәғәт итә Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре.