Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
16 Сентябрь 2019, 12:04

Талпан? Көҙөн дә?

Үткән шәмбелә танышымды осраттым. Дауахананан ҡайтып баралар. Улына талпан ултырған булған. Бына һиңә, мә! Көҙөн дә талпан бар икән.

— Улым атаһына яңы участкала булышып йөрөнө. Кисен ҡайтҡайнылар, талпан ултырған. Аптырап киттек. Урман буйы ла түгел әле ул. Үләндә булғандыр инде. Улымды дауаханаға алып барҙыҡ, алдылар, прививка ҡуйҙылар. Талпанды ағыулы түгелме икәнлеген асыҡлар өсөн Бөрө ҡалаһына лабораторияға алып барырға ҡуштылар. Талпан үҙе лә әллә ниндәй ҙур, ҡара ине, — тип борсолоп һөйләне ул.

Ысынлап та, яҙын талпандан ҡурҡабыҙ, һаҡланабыҙ, ә көҙөн барҙыр тип уйлап та бирмәйбеҙ. Тәбиғәткә сыҡҡанда көҙөн дә, яҙын да бик иғтибарлы булырға кәрәк икән. Талпандар йоҡламай!
Читайте нас: