Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
6 Сентябрь 2019, 16:12

Айыу өңөндә бер ай ятып тере ҡалған

Айыу өңөндә бер ай ятып тере ҡалған

Ишеттегеҙме әле, Тыва республикаһында ысын мөғжизә булған. Һунарсылар айыу өңөндә ир кешене тапҡан. Ул унда бер ай ятҡан һәм иҫән ҡалған.

Шулай йәйге бер көндө Александр исемле ир урманға китә. Тик ҡыҙғанысҡа күрә, ҡаршыһына айыу килеп сыға. Януар ас була күрәһең. Ул иргә ташлана һәм "туҡмап" ташлай. Һөҙөмтәлә Александрҙың умыртҡа һөйәге һынып сыға. Айыу ирҙе һөйрәп өңөнә алып ҡайта ла, күрәһең, бер аҙға онота.

Александрҙы бер ай үткәс һунарсылар таба. Уларҙы был өңгә эттәр алып килә. Тәүҙә ирҙе мумия тип ҡабул итәләр, уны үлгәндер тип уйлайҙар. Ә уның күҙҙәре асылып киткәс, ҡоттары оса. Александр бер ай буйы бындай йәрәхәттәр менән нисек иҫән ҡала алғандыр, аңлашылмай.

Билдәле булыуынса, айыуҙар табышын шунда уҡ ашамай, бер аҙ тотоп, емтеккә әйләндереп ауыҙ итә. Күрәһең был айыу ҙа Александрҙы алып ҡайтып, иҫкертеп ашарға булған да, онотҡандыр. Һәр хәлдә, Александр ысын мәғәнәһендә икенсегә тыуған.


Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.
Читайте нас: