Асҡындар терроризм ҡорбандарын иҫкә алды.
Теүәл 15 йыл элек террористар Төньяҡ Осетияның Беслан мәктәбенә һөжүм итә. Фажиғәлә 334 кеше һәләк була, уларҙың күбеһе — балалар.
Бөтә ил, республика менән бергә, Асҡын районында ла терроризм ҡорбандарын иҫкә алыу акцияһы үтте. Мәктәптәрҙә асыҡ дәрестәр, осрашыуҙар ойошторолдо.
Кисен Асҡын ауылы Ленин майҙанында Хәтер акцияһы ойошторолдо. Район Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре художество етәксеһе Ирина Струкачева етәкселегендә район китапханаһы һәм йәштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә илһөйәрлек, мәрхәмәтлелек рухы менән һуғарылған йөкмәткеле сара үткәрҙе. Мәҙәниәт йорто рәссамдары эшләгән сағыу декорация, биҙәлеш, китапханасылар әҙерләгән бай күргәҙмә, йәштәр бүлегенең фотолар йыйып яһаған стенды — быларҙың барыһы ла сараның әһәмиәтен, тәьҫир итеү көсөн арттырып, йөрәктәрҙе тетрәндерҙе.
Тынлыҡ минуты ғәйепһеҙ һәләк булған ҡорбандарға бағышланып, шәмдәр яндырылды.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Риваль Сәлимов барыһын да сәләмләп, акцияның маҡсатын һәм әһәмиәтен аңлатты. Ул һәр саҡ уяу, һаҡ булыу, интернетта террор идеологияларына ҡаршылыҡ күрһәтеү, йәштәр менән профилактик эште көсәйтеү мөһимлеген билдәләне.
Мәктәп уҡыусыларына террористарҙың аяуһыҙлығы, яуызлығы тураһында Афған һуғышы ветераны, Афғанстанда террорға ҡаршы көрәш алып барған Йәүхәт Шәйәхмәтов һөйләне. Сарала Асҡындың 1-се һәм 2-се мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары ла ҡатнашты.