Бөгөн Өфөлә, Пинский урамындағы күп ҡатлы йорттағы фатирҙарҙың береһендә шартлау яңғырай. Урынға килгән ҡотҡарыусылар асыҡлауынса, унда самогон аппараты “шартлаған”.
“Һөҙөмтәлә бер кеше йәрәхәтләнгән, уны медицина хеҙмәткәрҙәре ҡарай. Фатирҙа тәҙрәләр ватылып осҡан”, – тинеләр Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығында.
Газ хеҙмәте вәкилдәре урынды ҡарап сыҡҡан һәм газ сығыуҙы иҫкәртеү өсөн уны ҡаплағандар. Хәлде тикшереү дауам итә.
Фото: Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы.