Бөгөн — Бесланда һәләк булғандарҙы, терроризм ҡорбандарын иҫкә алыу көнө. Ошо уңайҙан Иҫке Ҡаҙансы ауыл китапханасыһы Гөлфинә Исламова менән урындағы мәҙәниәт усағы художество етәксеһе Миңһылыу Исламова Иҫке Ҡаҙансы урта мәктәбе уҡыусылары менән класс сәғәттәре үткәрә.
— Уҡыусыларҙа толерантлылыҡ, ҡайғы уртаҡлашыу, үҙеңде, эргәңдәгеләрҙе аңһыҙ бәлә – фажиғәләрҙән һаҡларға өйрәтеү, кеше ғүмеренең, иркенлектә йәшәүҙең ҡәҙерен белергә, тирә-йүндәгеләргә хөрмәт менән ҡарарға өйрәтеү, кешеләрҙең хоҡуҡтары бер һәм тигеҙ икәнлеген һәм «терроризм» төшөнсәһен аңлатыу маҡсатында был сараны йыл да үткәрә инем. Үткән йыл уҡыусыларҙы китапханаға саҡырып, ошо тема буйынса һөйләгәйнем. Быйыл, күберәк уҡыусы тыңлай алһын өсөн, мәктәп менән берелектә үткәрҙек. Миңһылыу Исламова менән мәктәпкә инеп сығыш яһаныҡ. Балаларға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә иҫкә төшөрҙөк, — тип сара тураһында һөйләне Гөлфинә апай. — Беслан һүҙе һәр кемгә таныш, уны белмәгән кеше юҡтыр ул был яҡты донъяла. Беслан – ул Төнъяҡ Осетия Республикаһының ҡалаһы, 2004 йылдың 1 сентябрендә ул ҡалала йөҙәрләгән бала һәм ололарҙың ҡурҡыныс фажиғә арҡаһында ғүмере өҙөлдө. Терракт ваҡытында 1-3 сентябрь көндәре Беслан ҡалаһында 334 кеше үлде, уларҙың 186-һы бала, 15-е уҡытыусы, 900 – ҙән ашыуы төрлө яралар алды.
Терроризм – ул ҡайғы, ул бөтә нәмәне емереү, ул аңһыҙ үлем, ул уҫаллыҡ, уға хәҙерге беҙҙең тыныс ваҡыттағы тормошта урын юҡ, тигәнде мәңге иҫкәртеп тора. Күҙ йәштәре, күрәалмау, ҡайғы... Был ҡот осҡос датаны оноторға ярамай!
Кешеләр тыныслыҡтың ҡәҙерен белергә, ватандаштарының тормошо менән ҡыҙыҡһынып торорға һәм ғәйепһеҙгә ҡорбан булғандарҙы иҫкә алырға тейеш.