Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
28 Август 2019, 12:32

Айыу-бүре баҫа...

Яңыраҡ Ҡариҙел районы халҡы ауылға бүреләр һөжүм итеүе тураһында саң ҡаҡҡайны. Унда төнгө ҡунаҡтарҙың бәйле торған эттәрҙе ашап сығыуы, кешегә лә кис тышта йөрөү ҡурҡынысҡа әйләнеүе тураһында хәбәр ителгәйне.

Ә бына Бөрйән районында айыуҙар ауылға яҡынлаған. Мышар, балан ашап иҫергән урман хужаларына ит кәрәк. Кемдеңдер ҡолонон йә башмағын, бүтән малын сапсып ҡайтарған, берәүҙәрҙең һыйыры ике-өс көн ҡайтмаған, тигән белдереүҙәр йышайған районда. Унан да яманырағы: бер ауылда ике баш һыйырҙы йығып ашаған тайыштабан.


Ауыл халҡының күҙ терәп торғаны шул мал бит инде. Әле ҡышҡа тиклем алыҫ, малды ҡурала ғына тотоп булмай, шуға күрә ауыл кешеһе көн дә иртән йөрәген усына тотоп малын ҡырға ҡыуа һәм имен генә ҡайтһын инде тип кәртәгә ингәнсе теләй. Тик шул теләк теләүҙән башҡа бер ни ҡыла алмайҙар шул: рөхсәтһеҙ йыртҡысҡа атырға ярамай. Көтөү ҙә булмағас, тырым-тырағай йөрөгән малды ҡыуып тотоуы бер ни тормай йыртҡысҡа.


Фото: Mail.ru

Автор: Ә. Рәхмәтова
Читайте нас: