Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
WorldSkills
26 Ғинуар 2022, 07:05

Икмәкхана үҫеше проекты ҡаралды

Стәрлетамаҡ ҡалаһы эшҡыуары Никита Вотяков "ХлебМастер" һөнәрселек икмәкханаһы үҫеше проектын тәҡдим итә. 

Икмәкхана үҫеше проекты ҡаралды
Икмәкхана үҫеше проекты ҡаралды

Ил Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә ҙур иғтибар бүленә. Хакимиәттәрҙә аҙна һайын “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү – быға аныҡ дәлил.

Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтендә үткән сираттағы "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә "ХлебМастер" һөнәрселек икмәкханаһы үҫеше проекты ҡаралды. Был проектты “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы" программаһы сиктәрендә Никита Вотяков тәҡдим иткән.

Предприятие етәксеһе Никита Вотяков үҙҙәре етештергән икмәк ризыҡтары менән яҡындан таныштырған. Был органик икмәк "Био" класлы ононан, Ишембай ҡурсаулығындағы шишмә һыуынан бешерелә. Продукциялар Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Ишембай ҡалаларындағы экомаркеттарға оҙатыла. Үткән йылдың октябренән Өфө экомаркеттарында ла һатыла башлаған. Шулай уҡ икмәк ризыҡтары менән федераль ритейлерҙар ҙа ҡыҙыҡһына башлаған.

Бынан тыш, эшҡыуар икмәкхана янында икмәк мәктәбен булдырған. Төп маҡсат - өй икмәген бешереү мәҙәниәтен һәм йолаларын тергеҙеү.

Артабан Никита Вотяковҡа етештереү күләмен арттырыу маҡсатында майҙаны ҙур бина талап ителә. Тап ошо һорау менән килгән дә инде "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"нә. Ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов үҙенең урынбаҫары, бизнес-шәриф Гүзәл Ситдиҡоваға эшҡыуарға ярҙам күрһәтеү бурысын йөкмәтте.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты сиктәрендә атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.

Фото: Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте сайтынан.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-01-25/ikm-khana-eshe-proekty-araldy-2667601
Автор:
Читайте нас: