Мәрмәр таҡтаташты тантаналы асыу бер минут тын тороуҙан башланды. Сарала район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Рәмил Вәлинуров, Подлубов ауыл советы биләмәһе башлығы Игорь Ипулаев һәм ауыл халҡы ҡатнашты. Стеланы «Камнестрой» йәмғиәте фирмаһы (Өфө) етештерҙе. Уны ауыл клубы эргәһенә урынлаштырҙылар. Мәрмәр таҡтаташты асыу хоҡуғы Р. Вәлинуровҡа һәм И. Ипулаевҡа бирелде, унан һуң ауыл халҡы стелаға сәскәләр һалды.
Люция Карамова.
Ҡариҙел районы.