Бөтә яңылыҡтар
WorldSkills
8 Сентябрь 2021, 23:55

“Беҙҙе борсоған барлыҡ һорауҙарға ла төплө яуап бирҙе”

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров үткәргән тура бәйләнеш тураһында Асҡын ауылында йәшәүсе Эске эштәр министрлығы ветераны Фәүхетдин Нурулла улы Фәтхуллин үҙенең фекерҙәре менән бүлеште

“Беҙҙе борсоған барлыҡ һорауҙарға ла төплө яуап бирҙе”
“Беҙҙе борсоған барлыҡ һорауҙарға ла төплө яуап бирҙе”

— Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров үткәргән тура бәйләнеште башынан аҙағына тиклем ҡараным. Республика етәксеһе дүрт сәғәттән артыҡ халыҡты борсоған байтаҡ һорауҙарға төплө яуап бирҙе. Радий Фәрит улы барлыҡ тармаҡты ла: һаулыҡ һаҡлаумы, транспортмы, торлаҡ–коммуналь, ауыл хужалыҡтарымы, спортмы,мәҙәниәтме, тарихмы — барыһын да төптән, һандар менән белә һәм һорауҙарға аңлайышлы, тулы яуаптар бирә. Көтөлмәгән һорауҙарға ла ҡаушап ҡалмай, район етәкселәре менән шунда уҡ тура бәйләнешкә сыға. Шәхсән бирелгән һорауҙарға ла уйлап, ҡайһы ерҙә юмор менән яуап биреүе лә оҡшаны. Әлеге көндә мине борсоған һорауҙарҙың береһе — халыҡ сәләмәтлеге. Иң беренсе бирелгән һорауҙарҙың береһе коронавирустан вакцина эшләтеүгә лә Радий Фәрит улы үҙенең етди  фекерен еткерҙе.  Был мәсьәләлә мин уның менән фекерҙәшмен.

Дөйөм әйткәндә, республика етәксеһе өсөн ғорурланып ултырҙым.

Илһөйәр Махатова.

Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: