Бөтә яңылыҡтар
WorldSkills
1 Сентябрь 2021, 15:15

Яңы уҡыу йылы уңышлы булһын

 Мәктәп – ул һәр кем өсөн серле донья, унда балалар төплө белем алырға, яңы асыштар, яңы үрҙәр яуларға килә. Бөгөн 1 сентябрҙә Башҡортостанда  498 441 уҡыусы өсөн яңы уҡыу йылы башланды. 60 239 бала тәүге тапҡыр парта артына ултырҙы. Асҡын 2-се урта мәктәбендә 88 бала 1-се класҡа уҡырға барҙы.

Яңы уҡыу йылы уңышлы булһын
Яңы уҡыу йылы уңышлы булһын

Асҡын 2-се урта мәктәбе бөгөн 35-се тапҡыр үҙенең уҡыусыларын ҡабул итте. Быйыл бирелә 88 малай һәм ҡыҙ өсөн тәүге ҡыңғырау яңғыраны.  Яңы уҡыу йылы менән уҡыусыларҙы мәктәп директоры Илһам Ғәләүетдинов, район хакимиәте башлығының  беренсе урынбаҫары Илнур Иғдиев, башланғыс кластар буйынса директор урынбаҫары  Гүзәл Ғәйниәхмәтова тәбрикләне.

Бөгөн белем усағында Фән һәм технологиялар йылына арналған класс сәғәттәре үтте.

Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: