Бөтә яңылыҡтар
WorldSkills
1 Сентябрь 2021, 09:40

Лайыҡлы награда

Кисә Өфөлә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградалары менән бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Бүләкләнеүселәр араһында районыбыҙҙың “Танып” шифаханаһы директоры Кашшаф Ямалетдинов та бар ине!

Лайыҡлы награда
Лайыҡлы награда

Кисә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Республиканың төрлө предприятие, ойошма һәм учреждениелар хеҙмәткәрҙәренең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, исемдәр һәм почёт грамоталары менән баһаланды.

«Бөгөн бында ысын хеҙмәт геройҙары менән булыуыма бик шатмын. Республика намыҫлы эшсәндәр, күренекле мәҙәниәт һәм мәғариф эшмәкәрҙәре, ғалимдар, һоҡланғыс табиптар, спортсылар, тәжрибәле идара хеҙмәткәрҙәре менән ғорурлана», — тине Александр Сидякин.

Шуныһы ҡыуаныслы, бүләкләнеүселәр араһында районыбыҙҙың “Танып” шифаханаһы директоры Кашшаф Ямалетдинов та бар ине!

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Кашшаф Сәйфит улына Салауат Юлаев орденын тапшырҙы. Тәжрибәле етәксе, оҫта ойоштороусы Кашшаф Сәйфит улын лайыҡлы награда менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә яңы үрҙәр, еңеүҙәр, уңыштар теләйбеҙ!

 

Лайыҡлы награда
Лайыҡлы награда
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: