Белем көнөндә ҡулдарына сәскә гөлләмәһе тотҡан балалар мәктәп алдына тантаналы линейкаға йыйылды. Әлбиттә, беренсегә барыусы 15 бала айырыуса тулҡынланыу кисерә ине.
Тантанала район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәфис Дәүлиев, ауыл Советы биләмәһе башлығы Андрей Киряков, уҡытыусылар, ата-әсәләр ҡатнашты. Улар уҡыусыларҙы байрам менән ҡотланы, белем үрҙәренә әйҙәп матур теләктәрен еткерҙе.
Белем усағында лайыҡлы белем алыу өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Бары тик тырышып уҡырға ғына кәрәк.
Люция Карамова.
Ҡариҙел районы.