Сарала район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Рәмил Вәлинуров, ауыл халҡы, ҡунаҡтар ҡатнашты.
Тантаналы өлөштө алып барыусы Эльвина Каменева асты, унан һуң тәбрикләү һүҙҙәре менән Татҡоҙаш ауылында тыуып-үҫкән Рәмил Вәлинуров сығыш яһаны. Ауылдан сыҡҡан кешеләр стела ҡуйыу башланғысы менән сыҡҡайны. Бөтә эштәр яҡташтарҙың үҙ аҡсаһы иҫәбенә үткәрелде. «Азатлыҡ» йәмғиәте директоры Х. Хисмәтуллин бағыусы ярҙамы күрһәтте.
Мәрмәр таҡтаташты асыу хоҡуғы ауылдың иң өлкән кешеләренең береһе — Назар Нәсибуллинға, Рәмил Вәлинуровҡа һәм татҡоҙаштарҙың йәш быуыны Динияр Ҡыяметдинов һәм Аделина Асяповаға бирелде.
Люция Карамова.
Ҡариҙел районы.