Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
WorldSkills
28 Август 2021, 12:40

Әле лә егәрле, уңған һәм асыҡ йөҙлө

Ҡариҙел районының Байҡы-Юныс ауылында йәшәүсе Фәниә Ғәниева менән уның 85 йәше тулыр алдынан осраштыҡ.

Әле лә егәрле, уңған һәм асыҡ йөҙлө
Әле лә егәрле, уңған һәм асыҡ йөҙлө

Фәниә Мөнир ҡыҙы Әмин ауылында дүрт бала тәрбиәләнгән ғаиләлә тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас атаһын фронтҡа алалар һәм ул кире әйләнеп ҡайтмай. Бәләкәс Фәниәгә ул саҡта бары дүрт йәш була. Ҡыҙ Байҡыбаш мәктәбендә туғыҙ класс бөтөрә һәм колхозда хеҙмәт юлын башлай. Уның хеҙмәт стажы 38 йыл. Хеҙмәте өсөн Ф. Ғәниева күп тапҡыр грамоталар, иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнә, «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнә. 1959 йылда Яңауыл ауылы егете Ғәбделбарый Әхмәтғәле улына кейәүгә сыға. 1980 йылда Ғәниевтар Байҡы-Юнысҡа йәшәргә күсә. Улар өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә.

2013 йылда яратҡан ирен юғалтыу ҡайғыһын кисерә Фәниә апай. Бөгөн Фәниә Мөнир ҡыҙы бер яңғыҙы ғүмер кисерә, балалары, алты ейәне уңыштарына ҡыуанып йәшәй. Оло йәшенә ҡарамаҫтан, бик егәрле, өйөндә лә тәртип, баҡсаһында матур сәскәләре күҙ яуын алып тора.

Ҡәҙерле Фәниә Мөнир ҡыҙы, үҙегеҙҙең тормошто яратыуығыҙ һәм яҡты күңелегеҙ менән яҡындарығыҙҙы, туғандарығыҙҙы киләсәктә лә оҙаҡ йылдар ҡыуандырып йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.

Люция Карамова.

Ҡариҙел районы.

Әле лә егәрле, уңған һәм асыҡ йөҙлө
Әле лә егәрле, уңған һәм асыҡ йөҙлө
Әле лә егәрле, уңған һәм асыҡ йөҙлө
Әле лә егәрле, уңған һәм асыҡ йөҙлө
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: