Бөтә яңылыҡтар
WorldSkills
27 Август 2021, 10:16

Район дауаханаһына яңы ҡорамал килде

Яңы ҡорамалдың эше менән Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов та танышты

Район дауаханаһына яңы ҡорамал килде
Район дауаханаһына яңы ҡорамал килде

Туймазы үҙәк район дауаханаһында яңы компьютер томографы эшләй башланы. Ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш” төбәк программаһына ярашлы алынған. Яңы ҡорамалдың эше менән Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов танышты.

Заманса инновациялы ҡорамал рентген нурҙары ярҙамында кешенең сәләмәтлеген тикшергәндә органдың юғары теүәллектәге өс ҡырлы һүрәтен алырға мөмкинлек бирә. Японияның Aguilion Lightning SP Canon предприятиеһы етештергән томограф 55 миллион һум тора. Нурланыш дәрәжәһенең аҙ булыуын махсус технология көйләй.

Аппарат менән эшләүсе белгестәр әйтеүенсә, яңы томограф системалары уңайлы эш процесы тәртибен тәьмин итә. Тикшереүҙең тиҙлеге һәм тәьҫирлелеге сирҙәрҙе, шеш һәм ҡан тамырҙары патологияларын иртәрәк асыҡларға ярҙам итәсәк. Туймазы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Зәбир Ғиздәтуллин заманса компьютерҙың медицина тикшереүе сифатын яҡшыртыуына, һәр пациенттың унан файҙалана алыу мөмкинлегенә ышаныс белдерә. Туймазы ҡалаһы һәм районы халҡынан тыш, дауаханаға беркетелгән башҡа райондарҙан килгән пациенттар ҙа диагностик медицина ярҙамы аласаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткесен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстар.

 

#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Фото: Туймазы районы хакимиәте.

 

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/141898

 

Автор:Дина Арсланова
Район дауаханаһына яңы ҡорамал килде
Район дауаханаһына яңы ҡорамал килде
Автор:
Читайте нас: