Мөсәллиә Хәйбулла ҡыҙы 1951 йылдың 6 сентябрендә Иҫке Бағаҙы ауылында ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Ҡыҙ ауыр ауыл хеҙмәтен белеп үҫә. Һигеҙ класты тамамлай. Тәүҙә бригадала төрлө эш башҡара, унан һуң һауынсы була. Көн һайын ул ал-ял белмәй, фермаға ашыға, намыҫ менән эшләй, ауыл Советында йыйыштырыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Ҡайҙа ғына хеҙмәт һалһа ла, кешеләр менән уртаҡ тел таба.
Өйөндә лә Мөсәллиә Хәйбулла ҡыҙы яҡшы хужабикә. Тормош иптәше Ғәзнәүи Муллаяр улы менән яңы йорт төҙоп сығалар, мал ҡарайҙар, бал ҡорттары тоталар. Улар ул һәм дүрт ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Бергә 47 йыл ғүмер итәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ғәзнәүи Муллаяр улы 2017 йылда яҡты донья менән хушлаша. Әлеге ваҡытта М. Дәүләтшина бер үҙе йәшәй. Балалары һәм ейәндәре йыш ҡайтып йөрөй. Бәхетле өләсәйҙең хәҙер 12 ейән-ейәнсәре һәм бер туруны бар.
Люция Карамова.
Ҡариҙел районы.