Бөтә яңылыҡтар
WorldSkills
26 Август 2021, 17:05

Фекер алыштылар

Ҡариҙел районының тыуған яҡты өйрәнеүселәре, тарих уҡытыусылары район үҙәк моделле китапханаһында «түңәрәк өҫтәл» артында осрашты.

Фекер алыштылар
Фекер алыштылар

Сараның рәсми өлөшөн район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Рәмил Вәлинуров асты, ул тыуған яҡты өйрәнеүселер форумын үткәреүҙең әһәмиәтен билдәләне. Күптән түгел «Мәҙәниәт» дөйөм дәүләт проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә «Нәнәй» исемле яңы программа барлыҡҡа килде. Экранда «Нәнәй» күренгәс,  һәм ул һорауҙарға яуап бирә башлағас, бөтәһе лә бик ғәжәпләнде. Артабан Башҡортостан Республикаһының тыуған яҡты өйрәнеүселәр форумы эше һәм тыуған яҡты өйрәнеү эшен популярлаштырыуҙа район тарихи-тыуған якты өйрәнеү музейының роле тураһында тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте рәйесе Р. Кашапов  сығыш яһаны. Тыуған яҡты өйрәнеүсе-тарихсы Ф. Сафин район башҡорттары ырыуҙары тураһында һөйләне.  Ҡариҙел 2-се мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Л. Каменев «Тыуған яҡты өйрәнеү аша йәш быуында илһөйәрлек хисе тәрбиәләү» исемле  доклад менән сығыш яһаны.

Люция Карамова.

Ҡариҙел районы.

Фекер алыштылар
Фекер алыштылар
Фекер алыштылар
Фекер алыштылар
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: