Баҙраҡ ауылында йәшәүсе Валентина Михайловна менән Рәфит Заһит улы Нәжметдиновтарҙың бергә татыу ғүмер итеүенә 60 йыл тулған. Йылдар уҙған һайын, уларға балалары ғына түгел, тирә-яҡтағылар ҙа һоҡланып ҡарай.
Рәфит Заһит улы Ҙур Баҙраҡ ауылында тыуып үҫә. Атаһы һуғышҡа киткәндә ике йәше лә тулмаған малай апаһы менән әсәһе ҡарамағында ҡала. Эшкә иртә өйрәнергә тура килә уларға. Бала саҡтан уҡ әсәйҙәренә хужалыҡта булышып, яуаплы, хеҙмәт һөйөүсән булып үҫәләр.
Ете йыллыҡ мәктәпте Почет грамотаһы менән тамамлап, Кушнаренко ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә Рәфит Нәжметдинов.Ҡышҡы әсе елдәрҙә 70 километрҙы саңғы менән ҡайтып йөрөүҙәре әле лә иҫендә уның. Уҡыуын тамамлап ҡайтҡас, Түгәрәк ауылының “Ҡыҙыл маяҡ” хужалығына агроном итеп билдәләйҙәр уны. Тик унда оҙаҡ эшләргә насип булмай, йәш егетте армия сафына алалар. Өс йыллыҡ хәрби хеҙмәтте тултырып ҡайтҡас, Баҙраҡ ауылы мәктәбендә химия, биология уҡытыусыһы булып эшләй. Әммә йәш белгесте ер эше үҙенә тарта. Тепляк ауылындағы “Заря” хужалығына агроном булып китә.
Буласаҡ тормош иптәше Валентина Михайловна менән дә ул шунда таныша. Бөрө ҡалаһы ҡыҙы педагогия институтын тамамлағас, юллама буйынса Тепляк ауылы мәктәбенә уҡытырға ебәрелә. Ике йәш йөрәк бер-береһен осратып, матур донъя ҡороп ебәрә. Бер-бер артлы улдары Ришат һәм ҡыҙҙары Лилиә тыуғас, йәш ғаилә ирҙең тыуған яғына, Баҙраҡҡа ҡайтып төпләнә.
Баҙраҡ ауылы биләмәһендә урынлашҡан “Победа” хужалығында иҡтисадсы булып эшләй башлай Рәфит Заһит улы. Ситтән тороп ауыл хужалығы институтын тамамлай. 1969 йылда “Победа” хужалығы Ленин исемен ала.
1970 йылдың 12 февраленән 1980 йылдың мартына тиклем Вострецов исемендәге хужалыҡта рәйес вазифаһын башҡара ул. Намыҫлы хеҙмәте өсөн “Туғыҙынсы биш йыллыҡ алдынғыһы” билдәһе менән бүләкләнә.
1980 йылдың мартынан 2009 йылдың мартына тиклем, теүәл 29 йыл, Ленин исемендәге хужалыҡта рәйес булып эшләй Рәфит Заһит улы. Йыл һайын уларҙың хужалығында малсылыҡ күрһәткестәре яҡшыра. Ауыл хужалығында юғары ҡаҙаныштар өсөн бик күп Рәхмәт хаттары менән бүләкләнәләр.
40 йылға яҡын рәйес вазифаһында эшләгән Рәфит Нәжметдинов етәкселегендәге хужалыҡтар республика, ил дәрәжәһендә дан ҡаҙана. 1984 йылда — 1-се төбәк буйынса игенселек аҙыҡ-түлеген етештереүҙе һәм әҙерләүҙе арттырыу өсөн 3-сө социалистик ярышта, 1986 йылда — “Кеше хеҙмәте менән данлы” тип аталған сәйәси плакаттар агитацияһы республика смотрында 1-се урын яулайҙар. 1996 йылда Рәфит Заһит улына “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелә. 2021 йылда уның тырыш хеҙмәте “Райондың почетлы гражданы” күкрәк билдәһе һәм Почет грамотаһы менән билдәләнә.
Бөрө ҡыҙы Валентина бәләкәйҙән математика уҡытыусыһы булырға хыяллана. Бары тик уҡытыусы буласаҡ һәм үҙе яратҡан математика серҙәрен балаларға төшөндөрәсәк. Ошо хыялдар менән мәктәпте тамамлай һәм юғары белемле уҡытыусы була. Бар ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған педагог оло хөрмәт ҡаҙана.
— Валентина Михайловна беҙҙе математиканан уҡытты. Уның һәр теманы төплө аңлатыуы, теүәллеге, талапсанлығы, бөхтә итеп кейенеүе әле лә күңелдәрҙә һаҡлана. Уҡытыусыбыҙҙың методикаһы ябай ине — аҡбур, таҡта һәм һөйләм теле. Ул таҡтаға ла матур итеп яҙыуҙы, һыҙыҡты линейка менән һыҙыуҙы талап итте. Дәрескә һәр ваҡыт йылмайып, асыҡ йөҙ менән инде. Бер ваҡытта ла уҡыусыларҙы айырманы, барыбыҙға ла бер төрлө ҡараш булды, — ти һөйләй уның тураһында уҡыусылары.
Валентина Михайловна менән Рәфит Заһит улына тормошта шулай үҙ көстәре, тырышлыҡтары менән аяҡҡа баҫырға тура килә. Ике уңған уртаҡ ғаилә усағы ҡабыҙғас, үҙ балаларына уңайлы шарттар булдырыу, уларҙың киләсәген бәхетле, бөтөн итеү өсөн ҙур көс түгә. Улар алты бала тәрбиәләп үҫтерә. Улдары үҙҙәренең хеҙмәт эшмәкәрлеген атайҙары кеүек үк ауыл хужалығына бағышлай. Оло улдары Ришат техниканы бик ярата. Тыуған колхозында 1981 йылдан әлеге көнгә тиклем баш инженер булып эшләй. Азат хеҙмәт юлын тракторсы булып 1984 йылда шулай уҡ колхозда башлай. Һуңғы йылдарҙа Татарстан Республикаһының Мөслим районында “Август-Мөслим” ҡатнаш ауыл хужалығы предприятиеһында директор булып эшләгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үткән йыл ҡаты ауырыуҙан вафат булған. Айрат ағайҙары кеүек үк, тыуған колхозында 1991 йылдан 1996-ға тиклем эшләй, уның да ғүмере ҡыҫҡа була. Ирек хеҙмәт юлын 1988 йылда башлай. Армия сафында хеҙмәт итеп, ул тыуған яғына ҡайтып, хужалыҡта әлеге көнгә тиклем тырышып эшләй. Юғары күрһәткестәре өсөн, иң яҡшы комбайн операторы булараҡ, “Уңыш-2021” республика бәйгеһе еңеүсеһе була, автомобиль менән бүләкләнә. Иртә гүр эйәһе булған ҡыҙҙары Лилиә табип һөнәрен һайлаған була. Ләләләре — иҡтисадсы.
Шуныһы ла оло ихтирамға лайыҡ, ер эшен һөйгән Рәфит Заһит улының ейәндәре лә ата-баба эшен дауам итә. Рәшит һәм Урал да ауыл хужалығын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә, мәктәп каникулдары ваҡытында йыл һайын комбайн ярҙамсыһы булып эшләй.
— Беләһегеҙме, хаҡлы ялға сыҡһам, ял итермен, тип уйлай инем. Эшләгәндә ял күреү булманы бит инде. Көн һайын тиерлек иртәнге дүрт-биш сәғәттә өйҙән сығып китеп, яҙын баҫыуҙа, сәсеүҙә, ураҡ өҫтө сағында ҡара төндә генә ҡайтаһың: ашарға, йоҡларға бер-ике сәғәт эләкһә, бик шәп инде.
(Башы. Аҙағы 8-се биттә). (Аҙағы. Башы 4-се биттә).
Хаҡлы ялға сыҡҡас та өйҙә ятып булмай икән: баҡса, мал... Әле бына һарымһаҡ үҫтереү менән мауыға башланым. Төрлө сорттарын ултыртып ҡарайым. Уңыш һауа торошона ғына түгел йәшелсәләрҙе нисек тәрбиәләүгә лә ҡарай. Ҙур уңыш йыйып алыу бик күңелле, — тип һөйләй Рәфит Заһит улы.
Валентина Михайловна менән Рәфит Заһит улы — һоҡланғыс шәхестәр. Бар эште лә бергә башҡарып, бөгөн бәхетле ғүмер кисерәләр. “60 йыл тигеҙ ғүмер итеүҙең сере — татыу йәшәүҙә”, — ти улар бер тауыштан. Ошо татыулыҡҡа бер-береңә булған хөрмәт, ихтирам, яратыу хистәре лә ҡушыла. “Төрлө саҡтар була, тик һүҙгә килгән саҡтарҙы балаларға күрһәтмәнек”, — ти Валентина Михайловна.
Шул хөрмәт хисе ғаиләнең ғүмерлек дуҫына әйләнеп, өлкәнәйгәс айырыуса нығый: әңгәмә барышында ла улар бер-береһен бүлдермәй, сабыр ғына һөйләй. Хөрмәт тигәндән, был ғаиләлә Валентина Михайловнаның тормош иптәшен ололауы, ихтирам итеүе асыҡ күренә. Бер һүҙ ҙә татарса белмәгән рус ҡыҙы бөгөн рәхәтләнеп иренең туған телендә һөйләшә. Алты балаға ла саф татар исемдәре ҡушыуы ла оло ихтирамға лайыҡ.
Тормош ауырлыҡтарын тигеҙ күтәреп, шатлыҡтарҙы ла, ҡайғыларҙы ла уртаҡлашып, бер-береһенә терәк-таяныс булып, 60 йыл татыу ғүмер итеүсе Нәжметдиновтар йәштәр өсөн күркәм өлгө булып тора.
Лира Юрасова.
Борай районы.