Йәнтөйәк
-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йыл темаһы
17 Февраль , 09:00

Изге күңелле Ялаловтар

өс бер туған балаға ата-әсә һөйөүен бүләк итә

Изге күңелле Ялаловтар
Изге күңелле Ялаловтар

Үкһеҙ етем балалар сит ғаиләлә йылы табып, ата-әсә наҙына күмелә икән, бәхет был балаларға йылмайған тигән һүҙ... Сит баланы ҡаҡмай-һуҡмай тәрбиәләү өсөн генә түгел, уларҙы үҙ балаларыңдан айырмайынса, берҙәй тигеҙ ҡарап үҫтереү өсөн, ай-һай, оло сабырлыҡ талап ителә. Алтай ауылында ғүмер итеүсе Дуся һәм Айвар Ялаловтар ғаиләһендә ныҡлы тәрбиә, йылы мөнәсәбәт татып йәшәүсе өс баланың бәхеткә күмелгәндәрен күрҙек.
— Үҙебеҙҙең ҡыҙыбыҙ үҫеп сығып киткәс, бынан һигеҙ йыл элек Ҡалтасы ауылындағы балалар йортонан өс бер туғанды алып ҡайттыҡ. 10 йәшлек Эвелина, һигеҙ йәшлек Аделина һәм дүрт йәше лә тулмаған Русланды күргәс тә, был балаларҙы тиҙерәк үҙебеҙгә алып ҡайтҡы, баштарынан һыйпап, ҡосағыма ҡыҫып һөйәһе килде. Беҙҙе күргәндәге ҡараштары бөгөн дә күҙ алдында, — ти Дуся ханым.
Ишле ғаиләлә тыуып-үҫкән Ялаловтар, ҡыҙҙары Линда үҙ ғаиләһен ҡороп, тормош иптәше янына күсеп киткәс, етемһерәп ҡала. Ғаилә кәңәшмәһендә балалар йортонан бер малай алырға ҡарар итәләр.
Ҡалтасы ауылындағы балалар йортона юл тоталар. Ҡаршыларына осраған ике матур ҡыҙ уларҙың күңелдәрен яулай. Яҙмыштан уҙмыш юҡтыр тип, Дуся менән Айвар ошо ике ҡыҙҙы үҙҙәренә алырға була. Приют мөдире ҡыҙҙарҙың бер туған ҡустыһы барлығын да, тик әле ул ата-әсә хоҡуҡтарынан мәхрүм ителмәгән әсәһе менән йәшәгәнен белдерә. Ялаловтар документтар йыйып, ҡыҙҙарҙы алырға барғас, Русландың да апайҙары менән булғанлығын күрә. Диванда бәләкәй генә малай ултыра, илап күҙҙәре шешенеп бөткән... Өҫтәүенә температураһы ла юғары. Приют мөдире “Алаһығыҙмы?” тигән һорауға, Ялаловтар бер тауыштан “Алабыҙ!” тип яуап бирә. Шулай итеп, бер малай тип кенә ниәтләнгән ғаилә, өс бала алып ҡайта.
— Был сабыйҙар әсәләре иҫән килеш етемлеккә дусар булған. Ҡайһы берәүҙәр тәрбиәгә бала ала ла зарлана. Мин был балалар тураһында бер генә насар һүҙ ҙә әйтә алмайым, зарланһаң – гонаһ булыр. Улар — иҫ китекс! Беҙгә ҡайтыу менән: “Әсәй” тиһәк яраймы?” – тип һоранылар. Күҙҙәргә йәш тулды... Бәхет нимә, тип һорама икән! Был балалар өсөн бәхет — ата-әсәле йорт, ризыҡ тулы табын... Уҡыуҙа ла, спортта ла яулаған уңыштары күп. Ҡул эштәренә лә мөкиббән улар. Бергәләп әллә ниҙәр яһайбыҙ, — ти Дуся ханым. – Күңелдәре китек булмаһын, дөрөҫ тәрбиә алһындар тип, тормош иптәшем менән уларға наҙҙы ла, һөйөүҙе лә ҡыҙғанмайбыҙ.
Ялаловтарҙың үҙ ҡыҙҙары мәктәпте уҡып тамамлағас, тәрбиәгә алғандарын да белемле иткеләре килә. Ул ваҡыттарҙа уҙҙырған йоҡоһоҙ төндәренең иҫәбе лә булмағандыр. Ләкин Дуся менән Айвар бергәләп уҡыуға йәлеп итә ала балаларын. Эвелина Нефтекама машина төҙөлөшө колледжында ғәҙәттән тыш хәлдәр бүлегендә өсөнсө курста белем ала. Аделина иһә Нефтекама күп функциялы колледжында беренсе йыл уҡый. Ул ашнаҡсы буласаҡ. Руслан — Борай 1-се урта мәктәбендә 5-се класта уҡый. Дүшәмбе иртән автобус менән китә, йома көндө кискә ҡайта, интернатта йәшәй. Балаларының бәләкәй сағында эшләгән һүрәттәрен бөгөнгәсә һаҡлай әсә кеше. Бирһә лә бирә икән Хоҙай был ҡәҙәрле игелек тулы йөрәкте!
Дуся менән Айвар икеһе лә тыумышы менән Алтайыу ауылынан. Бер мәктәпте тамамлайҙар. Айвар армия сафтарынан ҡайтҡас, ауыл һылыуы Дусяға ғашиҡ була. Оҙаҡҡа һуҙмай, туй яһайҙар. Мөхәббәт емештәре булып ҡыҙҙары Линда тыуа.

Дуся туған телдәр уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Артабан Сарапул педагогия училищеһын тамамлағас, балалар баҡсаһы мөдире итеп тәғәйенләнә. Удмурт дәүләт университетын ситтән тороп тамамлай. Балалар баҡсаһы ябылғас, кире мәктәпкә күсә. Алтайыу мәктәбе ябылғас, Ваныш ауылында биш йыл эшләргә өлгөрә.
Айвар Йыраҡ Көнсығышта Рәсәй эске ғәскәрҙәрендә өлкән сержант дәрәжәһендә хеҙмәт итеп ҡайта. Армияға тиклем умартасыға уҡып сыҡҡанға, ҡайтҡас йәш егетте ауыл хужалығында умарталыҡҡа эшкә саҡыралар. Көндө төнгә ялғап, колхоздар таралғансыға тиклем хеҙмәт итә Айвар. Бөгөн “Победа” йәмғиәтендә аусылыҡ инспекторы булып эшләй. Инспектор эше менән генә сикләнмәй Айвар, Алтайыу ауылы старостаһы ла. Ялаловтар икеһе лә ауылдаштары менән “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнаша, әүҙем һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып баралар.
Ата-әсә тәрбиәһендә үҫкән Линда ҡыҙҙары ла үҙ балалары үҫеп, буй еткергәс, тәрбиәгә бер йәшлек малайҙы ала. Максимға инде биш йәш.
Эвелина, Аделина һәм Русландың күҙҙәрендә үҙҙәрен тәрбиәгә алған ата-әсәләренә хөрмәт тә, яратыу ҙа, рәхмәт тә сағыла.
— Ярай әле атайыбыҙ менән әсәйебеҙ бергә ҡауышҡан. Әлдә генә беҙ был ғаиләгә эләккәнбеҙ! Беҙ – бик бәхетле! – ти улар.

Лира Юрасова.
Борай районы.

Изге күңелле Ялаловтар
Изге күңелле Ялаловтар
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: