Йәнтөйәк
-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йыл темаһы
17 Ғинуар 2023, 09:36

Үҙ фәненә һөйөү тәрбиәләүсе

легендар уҡытыусы Людмила Александровна Рәсәй кимәлендә танылыу яулаған

Үҙ фәненә һөйөү тәрбиәләүсе
Үҙ фәненә һөйөү тәрбиәләүсе

Людмила Александровна Егошина – Бөрө ҡалаһында күренекле уҡытыусы-остаз, Башҡортостанда ғына түгел, хатта Рәсәйҙә танылыу яулаған арҙаҡлы химия уҡытыусыһы.

Ул 40 йылдан ашыу бөтә булмышын, йөрәген балаларға биреп, үҙ фәнен төплө белгән, белемле, лайыҡлы шәхестәр тәрбиәләгән. Мәҫәлән, Марат Лотфуллин Лондонда квант нөктәләрен етештереү буйынса үҙенең махсус лабораторияһын асҡан, Виктор Десяткин Американың Кливленд ҡалаһында көнбайыш резервы университетында эшләй, ә Илшат Ғәлинуров – Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының госпиталендә хирург. Күренекле инженер, танылған табип булып киткән уҡыусылары ла байтаҡ. Улар барыһы ла Бөрөнөң ябай балалары. Уҡытыусыларының төплө белем биреп, уҡыуға сәм-дәрт уятҡанлығы һәм үҙҙәренең ныҡышмал булыуҙары һөҙөмтәһендә юғары үрҙәргә үрләй алғандар.
Ысынлап та, легендар уҡытыусының уҡыусылары муниципаль этаптан алып халыҡ–ара олимпиадаларға тиклем еңеү яулай. Людмила Александровнаның портфолиоһын 13 Бөтә Рәсәй олимпиадаһы призеры, республика кимәлендә 15 тапҡыр еңеүсе һәм 32 тапҡыр призер булған уҡыусыларының исемдәре тулыландыра. Муниципаль этапта “егошинаныҡылар” 115 тапҡыр еңеүсе була. Берҙәм дәүләт имтиханынан да яҡшы һөҙөмтә күрһәтәләр. Биш уҡыусыһы 100 балға яҙған. Мәҫәлән, 2020 йылда бер кластан ике уҡыусы — Никита Дмитриев менән Ильяс Хафизов химиянан Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға яҙып, районда рекорд ҡуйҙы. Шул уҡ кластың тағы ике уҡыусыһы 97-шәр балл йыйҙы. Быйылғы сығарылыш уҡыусылары ла һынатманы. Химия йүнәлешендәге класты мәктәптең өс параллель класынан һәм ҡаланың төрлө мәктәптәренән йыйылған 21 уҡыусы тамамланы. Ике йыл буйына улар Берҙәм дәүләт имтихандарына етди әҙерләнеп, 20-һе — химия, 18-е — биология, икәүһе профиль математика буйынса һынау тотто. Йылдан-йыл ҡатмарлана килгән һынауҙы уңышлы үтеп, 15 уҡыусы Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау һәм педиатрия бүлектәренең бюджет урындарына уҡырға инде. Ҡалғандары Өфө дәүләт нефть техник университетын, Өфө дәүләт аграр университетын һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалын һайланы. Химия башҡа фәндәрҙе өйрәнеүгә ла ҡамасауламай. 21 уҡыусының береһе гуманитар фәндәр буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырып, юриспруденция буйынса уҡыуын дауам итә. Шуныһы ҡыуаныслы, улар үҙҙәренең юғары балдары менән Рәсәйҙең башҡа күренекле уҡыу йорттары конкурстарында ҡатнашып, бюджет урындарға дәғүә итә алыр ине, ләкин улар республикабыҙҙың уҡыу йорттарын һайлаған. Был да уҡытыусының йәш быуынды үҙ иленең патриоты итеп тәрбиәләүенән киләлер.
Күренекле остаз “Әгәр беҙ булмаһаҡ, кем?” тигән девиз менән йәшәй. “Совет традициялары менән тәрбиә алыусы кеше булараҡ, һәр бер уҡыусыға аң-белем һалырға тырышам, мәктәптә күп төрлө тәжрибә эшләйбеҙ, һәр бер теманы демонстратив аңлатырға тырышам. Хәҙерге мәктәптә ундай мөмкинлектәр бар. Әгәр ҙә юҡ икән, мин уны үҙем булдырам. Беҙҙең хатта парталарыбыҙ махсус быяла менән ҡапланған, ә уның аҫтында – Менделеев таблицаһы. Бөтә шарттары булған химия кабинеты эшләү маҡсаты ҙур булды. Мин уны булдырҙым, – ти ғорурлыҡ менән Людмила Александровна. – Икенсенән, мин үҙем өҫтәмә рәүештә күп шөғөлләнәм, әгәр ҙә балалар минең предметымды һайлаған икән, үҙемдең ваҡытымды йәлләмәйем, 40-45 минут эсендә генә күп нәмәгә өлгөрөп булмай, өҫтәмә шөғөлләнергә кәрәк. Мәктәптә уңышлы эшләү өсөн уҡытыусының үҙенең инициативалары кәрәк һәм уның уйларға һәм үҙгәрергә әҙер булыуынан күп нәмә тора”.
Хеҙмәтенә күрә хөрмәте, ти халыҡ мәҡәле. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Л.А. Егошина “Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән абруйлы исемдәргә лайыҡ булған, “Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусылары” конкурсы еңеүсеһе (2006).
Людмила Александровнаның тылы ла ныҡ. Тормош иптәше Евгений Павлович Егошин Бөрө ҡалаһының эшсе йәштәре мәктәбен тамамлап, водитель, механик, слесарь булып эшләй. Тырыш хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән. Тәүлектең күберәк өлөшөн мәктәптә үткәргән ҡатынын һәр ваҡыт аңларға, ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша ул.
Егошиндар ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Улар ҙа әсәләренең юлын һайлаған.
Надежда Евгеньевна 2001 йылда Бөрө дәүләт педагогия институтын ҡыҙыл дипломға тамамлаған. 20 йылдан ашыу инде һигеҙенсе мәктәптә биология фәненән һабаҡ бирә. Биология уҡытыусыларының район методик берекмәһе етәксеһе. Уның да уҡытыусылыҡ эше ябай уҡытыуҙан тормай. Уҡыусылары олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, район, республика этаптарында яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. 2020 йылда Надежда Евгеньевна әсәһе Людмила Александровна менән педагогик эшмәкәрлектәге ҡаҙаныштары өсөн иң яҡшы уҡытыусыларға премиялар тапшырыу Рәсәй конкурсында еңеү яулай. Тормош иптәше Руслан Әхмәтйәнов менән Юлиә исемле ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.
Елена Евгеньевна Черемисина ла уҡытыусылар династияһын дауам итә. Ул мәктәптән һуң Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһын тамамлай, 2005 йылда химия һәм биология уҡытыусыһы белгеслеге буйынса диплом алып, хеҙмәт юлын әсәһе уҡытҡан мәктәптә башлай. Перспективалы һәм киң ҡарашлы йәш белгес 2013 йылдан Мәскәү ҡалаһының 1601-се мәктәбенә күсә. Шул уҡ йылда Зимин конкурсының “Йәш уҡытыусы” грантына эйә була һәм еңеүсе тип таныла. Юғары академик һөҙөмтәләре өсөн Мәскәү ҡалаһы Департаментының Маҡтау ҡағыҙҙары һәм район-ара Почет грамоталары менән бүләкләнгән. Химия буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы эксперты ул. Тормош иптәше Андрей Геннадьевич Черемисин Донецкиҙан. Ул – социология фәндәре кандидаты, Мәскәү бәйләнеш һәм информатика техник университеты доценты (МТУСиТ). Ҡыҙғанысҡа күрә, күптән түгел йәш ғалимдың йөрәге ҡапыл тибеүҙән туҡтаны. Заман ауырыуы уны ла урап үтмәне.
Людмила Александровна Егошина һәм уның ҡыҙҙары кеүек үҙ предметын төплө белгән һәм уны киләсәк быуынға бар нескәлектәре менән бирергә тырышҡан уҡытыусылар барҙа, илебеҙ киләсәге ышаныслы булыр.

 

Ғәлиә Ғәниева.

Бөрө районы.

Үҙ фәненә һөйөү тәрбиәләүсе
Үҙ фәненә һөйөү тәрбиәләүсе
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: